Ул ашаһа, беҙ туҡ23.02.2013
Кескәй туғанымды әйтәм —
Бер минут та тик тормаҫ,
Тыныс ҡына бер мөйөштә
Тәтәй уйнап ултырмаҫ.

Бер ҡараһаң, әле бында,
Бер ҡараһаң — тегендә.
Үрмәләргә ағас ҡына
Үҫмәй өйҙөң түрендә.

Барыбыҙҙан да уҙҙыра —
Бигерәк шаян, үтә шуҡ.
Ул тәмле-томло ашаһа,
Беҙҙең тамағыбыҙ туҡ.

Өр-яңы машиналарҙы
Шундуҡ запчасҡа бүлә.
Өйөбөҙҙөң түр яғы —
Йүнәтеү өсөн бүлмә.


Вернуться назад