Ҡышты яратам23.02.2013
Бик яратам ҡыш айҙарын:
Бурандарын, ҡарҙарын;
Тышта уйнап, биттәрҙең
Алһыуланып янғанын;

Һүрәм йылғаһының өҫтө
Көҙгө кеүек туңғанын;
Малайҙарҙың, шау-гөр килеп,
Боҙҙа сәкән һуҡҡанын.


Вернуться назад