Еңеүҙе Польшала ҡаршылаған23.02.2013
Олатайым Ғәйнулла Ниғмәтуллин Миәкә районының Яңы Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. Янына ҡунаҡҡа барған һайын ул беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләй торғайны.
Олатайым 1941 йылда фронтҡа алына. Яу юлын уҡсылар полкында пулеметсы булып үтә. Бөйөк Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Ғәйнулла олатайым бер нисә йыл элек ҡаты ауырыуҙан вафат булып ҡалды. Уның исеме Миәкә районының Илсеғол ауылындағы Еңеү паркында иҫтәлекле таҡтаташҡа уйып яҙылған.