Ғаиләне янғындан ҡотҡарған23.02.2013
Полиция шоферы Юрий Рассказов оло йәштәге ҡатын менән уның 37 йәшлек ғәрип улын уттан ҡотҡара.

Күптән түгел Өфө ҡалаһының Калинин районындағы полиция дежур бүлегенә төтөн сығыу тураһында хәбәр итәләр. Участка инспекторы полицияны һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырған кешеләр менән аралашҡан арала шофер төтөн сыҡҡан фатирҙың ишеген емереп инә. Ҡуйы төтөн араһынан сержант фатир хужаларын эҙләп таба. Иң тәүҙә ҡатынды етәкләп сығара, шунан уның ғәрип улын күтәреп, ишеккә ҡарай йүгерә.
Полиция хеҙмәткәре үҙенең ҡотҡарыуҙа ҡатнашыуын бер кемгә лә һөйләмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәренән генә ишетеп белә етәкселек был турала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Юрий Рассказовты янғында ярҙам иткәне өсөн бүләкләргә ҡарар итте.


Вернуться назад