Дуҫтарым23.02.2013
Азамат Тимеров репертуарынан
Дуҫтарымдың иңбашына,
Ҡайғы килһә, һөйәләм.
Шатланыр минуттарымда
Улар менән һөйөнәм.
Ҡушымта:
Дуҫтар булһа был донъяла
Йәшәүе еңелерәк.
Тормош яманлыҡтары ла
Күренмәй кеүегерәк.
Дуҫтар менән — бар шатлығым,
Бар шатлығым — хәбәрем.
Ысын дуҫтарға — һөйөү йырым,
Һөйөү йырым — сәләмем.
Күңелдәр тыныслығым да —
Был матур донъяларҙа.
Һеҙ, туғандар, һеҙ, туғандар,
Булығыҙ яндарымда!