Һорау — яуап23.02.2013
"Хәрби хәрәкәттәр ветеранымын, 1996 йылда Чечен Республикаһындағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнаштым. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә социаль гарантиялар һәм компенсациялар тураһындағы федераль законда ҡаралған льготаға эйәмен. Уны яңыраҡ компенсацияға алмаштырҙым. Тик күләме бик әҙ, баҡһаң. Ул түләү күпме булырға тейеш икән?"
Ғ. АБЫҘБАЕВ.
Өфө ҡалаһы.

— Ысынлап та, федераль законға ярашлы, һеҙ льгота урынына ай һайын аҡсалата компенсация алыу хоҡуғына эйә.
Әгәр аҡсалата алыуҙы кәрәкмәй тип тапһағыҙ, шуның иҫәбенә бушлай өҫтәмә медицина ярҙамынан файҙаланырға мөмкин, шулай уҡ табип күрһәтмәһе буйынса дарыу бирелә, шифаханала дауаланыу өсөн путевка алыу хоҡуғы ла һаҡлана.
Аҡсалата компенсациянан баш тартҡан осраҡта ҡала янындағы тимер юл транспортында бушлай йөрөй алаһығыҙ. Дауаланыу урынына барып ҡайтыу ҙа бушлай. Был социаль хеҙмәтте киләһе йылда ҡулланырғамы, юҡмы — һеҙҙең ҡарамаҡта. Әгәр баш тартырға булһағыҙ (уның урынына аҡсалата түләү алырға), йәшәү урыны буйынса Пенсия фонды бүлексәһенә һәр йылдың 1 октябренә тиклем ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡандар өсөн аҡсалата түләү күләме — айына 2109 һум 80 тин. Ә инде өҫтәмә социаль хеҙмәтләндереүҙең хаҡы — 795 һум 88 тин.
Әгәр льготаға ярашлы социаль хеҙмәтләндереүҙән баш тартһағыҙ, һеҙҙең өсөн айлыҡ түләү 2109 һум 80 тин буласаҡ.


Вернуться назад