Яҡлаулы һөнәр булһын23.02.2013
Яҡлаулы һөнәр булһынБаш ҡалала Башҡортостан Журналистар союзының XIX съезы үтте. Ҡәләм оҫталары көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, Союздың ағымдағы мәсьәләләрен хәл итеү өсөн йыйылғайны.

Сараға республика, район, ҡала әһәмиәтендәге баҫмаларҙа, радио, телевидение каналдарында эшләүселәрҙән йөҙҙән ашыу делегат, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, журналистика ветерандары килгәйне. Һандарға күҙ һалһаҡ, иң йәш делегатҡа 27 йәш булһа, иң олоһо һигеҙенсе тиҫтәне уҙған, уртаса йәштәре 47-гә тиң.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов журналистиканың бөгөнгө торошо хаҡында фекере менән бүлеште:
– Йәмғиәттә журналистика һәм иҡтисад хаҡындағы бәхәстәр тынмай. Ижади яҙма әҙерләгәндә иҡтисади ихтыяжды юғарыраҡ ҡуйыу, әлбиттә, дөрөҫ түгел, сөнки кеше мәнфәғәте беренсе урында торорға тейеш. Журналистар иһә – ижтимағи тормоштоң эксперттары. Шул уҡ ваҡытта ҡәләм оҫтаһы йәмғиәттә үҙен яҡлаулы тойорға һәм дөрөҫлөктө ярып әйтерлек көс табырға тейеш. Был йәһәттән Журналистар союзы, ҡәләм оҫталарын берләштереүсе ойошма булараҡ, төп яуаплылыҡты алырға бурыслы.
Республиканың Журналистар союзы рәйесе, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков ойошманың эше менән таныштырҙы.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа матбуғат баҫмаларына һәр йәһәттән уңышлы эшләүҙең ҡатмарлаша барыуын, проблемаларҙы уртаға һалып ҡына хәл итеп буласағын Яҡлаулы һөнәр булһынһыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
– Беҙҙең Журналистар союзы 1957 йылда ойошторолған. Шул осорҙан алып, һәр ваҡыт маһир ҡәләм оҫталары берләшмәһе булды ул. Әлеге ваҡытта ла быуындар күсәгилешлелеге һаҡлана. Ветерандар менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған, уларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыу йәһәтенән аныҡ эштәр башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле ҡәләм оҫталары Союздың эшмәкәрлеген камиллаштырыу йәһәтенән дә эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Йәш журналистарҙың эшен йәнләндереү, уларҙы ижади йәһәттән дәртләндереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатынан йыл һайын төрлө саралар үткәрелә, — тине Артур Хәсән улы.
Сығыш яһаусылар тармаҡҡа бәйле заман проблемаларын, атап әйткәндә, журналистарҙы хоҡуҡи йәһәттән яҡлау, эш хаҡын арттырыу зарурлығы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Шулай уҡ съезда Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы ағзаларын һәм тиҙҙән Мәскәүҙә үтәсәк Рәсәй Журналистар союзы съезына делегаттар һайланылар.


Вернуться назад