Хәтер тере тотҡан саҡтаӨфөлә, Черниковка биҫтәһендәге Еңеү паркында “Ҡайғылы әсә” тигән һәйкәл бар. Авторы – Н.А. Калинушкин. Һәйкәл — хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙға бағышланған мемориалдың бер өлөшө. Ғибәҙәтхана көмбәҙен хәтерләткән иҫтәлекле ҡоролманың эске өлөшөндә — балаһын юғалтҡан барлыҡ әсәләрҙең ҡайғыһын сағылдырған бронза һын. Һәйкәл эргәһендә ҡара граниттан 60 таҡтаташ — 1951 йылдан 2003 йылға тиклем Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә алынып, “ҡыҙыу” нөктәләрҙә һәләк булған 685 бөркөтөбөҙҙөң исеме яҙылған.
Һәйкәлде асыуға әҙерлек бөтөп барғанда Әсә баҫып торған көмбәҙҙең ике яҡ диуарына урыҫ һәм башҡорт телдәрендә шиғыр уйып яҙҙылар. Башҡортсаға тәржемәһе – минеке.
Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:
— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.
Мин уңайһыҙланып киттем:
— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…
Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:
— Юҡ, беҙ хәл иттек инде – уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!
— Авторы кем был шиғырҙың? – тип һораным.
— “Афған”да ҡатнашҡан кеше. Быныһы мөһим түгел. Беҙҙекеләргә оҡшаны – шул мөһим. Үҙе кисергәнде яҙған.
Алып уҡый башлағас, күҙҙәремә йәш тулды – минең дә ике яҡын туғаным әрме хеҙмәтендә ятып ҡалды бит… Уларҙы күҙ алдына килтереп, йөрәгем аша үткәреп, тәүге ике юлды аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм. Шунан әллә яҙҙым, әллә яҙманым – туғандарымдың халәтен һүрәтләнем дә сыҡтым.
Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса “ҡара” хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.
Ысынлап, хәтер тере икән – шәһит киткәндәр ҙә тере әле. Йәндәре йәннәттә булһын!..
Ә был – теге шиғырға һыймай ҡалған хистәрем, һәләк булған ҡустыларыма арнап яҙған “Әрме” шиғыры:
Түгелептәр илай таулы һуҡмаҡ
Ҡойоп яуған ямғыр артынан.
Бер баҫырҙы әллә унар баҫып,
Шул һуҡмаҡтан үргә артылам.
Ошо үрҙән һуңғы ҡараш ташлап,
Хушлашҡанһың икән, туғаным.
Белмәнек шул күктәр алдан күреп,
Үкһеп-үкһеп йәшен ҡойғанын.
Бер баҫырҙы унар баҫып менәм
Ауылыңдың текә үренә.
Урман эстәренә ингән юлда
Һинең һының, гүйә, күренә.
Олоғаябыҙ, ә һин һаман йәп-йәш,
Әрмеләргә китеп барышың,
Яулыҡ болғай ҡыҙҙар кемуҙарҙан,
Кем оҡшарҙан һиңә, ярышып.
Тиҫтерҙәрең инде атай булып
Улҡайҙарын әрме ебәрә.
Яҙманы шул бишек бәүетергә
Һинең өсөн тыуған сибәргә.
Олоғайҙы ҡыҙҙар ятаҡтарҙа,
Афған, чечен алды иштәрен.
Ә егеттәр һаман китә тора –
Иңдәрендә — һалдат биштәре.
… Яҙған булһын иҫән-һау
ҡайтырға,
Ҡаршы алһын шатлыҡ йәштәре.