Ат уйнатып алдан бара...23.02.2013
Ат уйнатып алдан бара...Бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә баш ҡалабыҙҙың Еңеү паркында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыуға арналған "Ҡаһарманлыҡ"тигән хәрби-тарихи тамаша уҙғарыла. Унда Өфө, Межгорье, Пермь һәм башҡа ҡалаларҙан килгән хәрби-тарихи клубтар ошо ваҡиғаны кәүҙәләндерәсәк.

– Беҙ Сталинград һуғышына, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыуҙы ла иҫкә аласаҡбыҙ. Барлыҡ клуб ағзалары, тамашаға килгән өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарының Хәрби Дан музейындағы төрлө экспозициялар менән танышыу мөмкинлеге бар, йола буйынса ҡаһарман генералдарыбыҙ – Миңлеғәле Шайморатовтың, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың бюсы һәм Мәңгелек ут алдына сәскәләр һаласаҡбыҙ, – ти "Любизар" – 1-се Башҡорт атлы полкы" ("Төньяҡ амурҙары") хәрби-тарихи клубының идара рәйесе, Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтов.
Бөйөк тарихи ваҡиғаларға арналған, дәһшәтле яу күренештәрен хәтеребеҙгә төшөргән тамашанан ситтә ҡалмайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад