Геройҙар ҙа онотолмаһын, ватансылыҡ тойғоһо ла23.02.2013
Геройҙар ҙа онотолмаһын, ватансылыҡ тойғоһо лаХалҡыбыҙҙың данлы улдарының береһе Шакирйән Мөхәмәтйәновтың музейы асылыуға ла 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. 1992 йылдың 23 февралендә Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында был иҫтәлекле урын энтузиастар көсө менән булдырылғайны. Хәҙер ул ниндәй хәлдә?

Бәхеткә күрә, музей асыуға ҙур тырышлыҡ һалғандарҙың береһе — ҡырҡ йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән Зөһрә Бүләкова иҫән-һау. Ауыл хакимиәте башлығы Фәзилә Шәймәрҙәнова шылтыратҡас, өйөнән йәштәрсә йүгереп килеп етте ул.
— Музейҙы 23 февралгә өлгөртөргә кәрәк, тигәс, йоҡламайынса тиерлек эшләнек, — тип хәтерләй Зөһрә Алсынбай ҡыҙы. — Бер-ике ай эсендә эшләп тә ҡуйҙыҡ. Ул ваҡытта төҙөлөш материалдарын йүнләүе ҡыйын, хатта гипслы ҡатырға эҙләп табыуы ла ауыр булды, бөтөн нәмәгә ҡытлыҡ заман. Ирем ярҙамлашты, бүтән кешеләр ҙә ихлас ҡушылды. Халыҡ бөгөнгө менән сағыштырғанда әүҙемерәк ине шул. Экспонат өсөн әйберҙәрҙең күп булыуы эште еңеләйтте. Һәм, әлбиттә, күренекле яҙыусы һәм публицист Рәүеф Насировтың ижади табыштары бында хәл иткес әһәмиәткә эйә булды.
Мәктәп бүлмәләренең береһендә урынлашҡан музейҙы аҙаҡ колхоздың бушап ҡалған идара йортона күсерәләр. Ҡыҫынҡы мәктәп менән сағыштырғанда, бында бүлмәләр иркенерәк, әлбиттә. Әллә шуғамы икән, “иҫтәлекле әйберҙәргә бай музей” тигән тәьҫир ҡалмай. Ҡайһы бер стеллаждар буш – экспонаттарҙы ваҡытлыса (!) Учалы ҡалаһына алып торғандар икән. Музей асылған тәүге йылдарҙа мәктәптәрҙән экскурсиялар бик йыш булған, күрше-тирә райондарҙан да килгәндәр. “Хәҙер ҡунаҡтар бик һирәк була”, — ти Зөһрә апай. Халыҡтың рухы һүнә барыуымы икән был... Ошо егерме йыл эсендә Шакирйәндең бала сағын һәм үҫмер Геройҙар ҙа онотолмаһын, ватансылыҡ тойғоһо лайылдарын хәтерләгән тере шаһиттар был донъянан китеп бөттө?.. Тимәк, музей экспонаттарының ҡәҙере һәм тарихи баһаһы ла бермә-бер артты.
“Ләкин музейҙың статусы ла, штаты ла юҡ, тейешле иғтибар бирмәйҙәр”, — тигән борсолоу белдерҙе был ҡомартҡыны ойоштороусылар. Быға ҡарата республиканың Мәҙәниәт министрлығынан шулай тип хәбәр иттеләр: “Шакирйән Мөхәмәтйәновтың Ҡунаҡбайҙағы музейы муниципаль милеккә ҡарай, уға ярҙам йөҙөнән 400 мең һум аҡса бүленгән, мәктәптең тарих уҡытыусыһына музейға етәкселек иткән өсөн 0,5 ставка түләнә”.
Бөгөн Шакирйәндең үлемһеҙ батырлығына 70 йыл тулыу айҡанлы һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡунаҡбай ауыл Советы хакимиәте эргәһендә митинг үтәсәк.


Вернуться назад