Малайҙар! Көслө булып үҫеп, Ватанды һаҡларға әҙерһегеҙме? “Эйе!” – тиерһегеҙ, моғайын.
Тыуған илеңде яҡларлыҡ егеткә әйләнер өсөн яҡшы уҡырға, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, илеңде, милләтеңде яратырға, тырыш, эшһөйәр, маҡсатлы булырға кәрәк. Тап шундай кеше генә тыныслыҡ һағына баҫа алыр.
Ата-бабабыҙ борон-борондан көслө булған, тыуған ерен берәүгә лә бирмәгән. Башҡорт халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре лә ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр ҡаһармандарҙы данлай.
“Мин батыр булып үҫәм!” – ти Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылынан биш йәшлек Азат Хәбибуллин. Ул күптән түгел ике туған ағаһы Рөстәмде армиянан ҡыуанып ҡаршы алды. Һалдат бүркендә үҙен тағы ла бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо, ысын һалдаттай хис итте.