Яңы дуҫ23.02.2013
Яңы дуҫХикәйә
Асмандың олаталарына көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп төштө. Таһир исемле ейәнен эйәртеп алғандар.
Малайҙар башта, ятһынышып, һөйләшмәй, бер-береһенә һынаулы ҡарап торҙо. "Был малайға уйынсыҡтарымды күрһәтәйемме, юҡмы?" — тип уйланы Асман. Берәйһен оҡшатып, алып ҡайтам тип илай башлаһа? Теге саҡ Вика тигән ҡыҙыҡай шулай итте бит: Асмандың иң яратҡан машинаһына йәбешеп алды ла ысҡындырманы ла ҡуйҙы. Аптырап, биреп ҡайтарҙылар. Кире килтерергә вәғәҙә иттеләр ҙә, оноттолар...
Таһирҙың, ысынлап та, Асмандың уйынсыҡтарын күргеһе килә ине. Әммә, тиңдәшенә ҡарап: "Ҡайһылай уҫалға оҡшаған. Юҡҡа эйәреп килдем", — тип уйланы. Кеҫәһенән өрөк сығарып һура башланы ла береһен Асманға һуҙҙы — бер үҙең генә ашарға ярамай, тип өйрәтә бит олатаһы.
Асман да өрөк ярата. Башта алмаҫҡа уйлағайны ла булдыра алманы. Икәүләп уйынсыҡтар яғына юлландылар. Нимә генә юҡ икән бында: машиналар, пирамидалар, домино, төрлө нәмә ҡора торған эләктергесле "кирбес"тәр, йәнлектәр, кеше һындары... Тәпәйҙәре һәм мороно пластырь менән йәбештереп ҡуйылған айыу айырыуса аптыратты Таһирҙы.
— Нимә булған уға? — тип һорамайынса булдыра алманы.
— Розеткаға моронон тыҡҡан да, ток һуҡҡан, — тип аңлатты Асман. — Моронон тартып алам тигәнсә, тәпәйҙәре янған. Күпме әйтһәм дә, тыңламаны, хәҙер ята инде ауырып. Ярай әле тотош янып китмәне.
— Розеткаға тейергә, бер нәмә лә тығырға ярамай тип олатайымдар миңә лә әйтеп тора ул, — тине Таһир. — Тик унда ток тигән кешенең һуғып ултырғанын белмәгәйнем.
— Ток кеше түгел ул, ана лампочканы яндыра, телевизорҙы күрһәттерә. Үҙе күренмәй, әммә бик һуғышҡаҡ, — тип белгәнен һөйләп бирҙе Асман.
Малайҙар дуҫлашып китте. Осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Дуҫын бик яратып, Асман уға иң яратҡан яңы машинаһын бүләк итте.


Вернуться назад