1943 йылдың 21 ғинуарына ҡараған төндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берләштерелгән көстәре Белая Калитваны (Ростов өлкәһе) төньяҡтан һәм көньяҡтан урап үтеп, ҡалаға инә. Дошман, күп юғалтыу менән сигенеп, Северский Донец йылғаһының уң ярында нығына, ҙур булмаған плацдармда оборона нығытмалары булдыра. Ошонан улар Шахта районындағы 79,9-сы бейеклеккә илткән бөтә юлды контролдә тота.
112-се кавалерия дивизияһы командованиеһы бейеклекте яулап алырға ҡарар итә. Был яуаплы эште башҡарыу өсөн 294-се кавалерия полкына күптән түгел генә килгән яугирҙәр туплана. 30 кешенән торған төркөмгә һигеҙ милләт вәкиле инә. Етәксеһе лейтенант Анаклыч Атаев — төркмән милләтенән. Шулай уҡ батырҙар араһында Башҡортостандан ике егет — өлкән сержант, отделение командиры Зөфәр Закир улы Әминев (Туймазы районынан) һәм 1-се эскадрон яугире Фазылйән Бәшир улы Бәширов (Мәсетле районынан) була.
Улар 21 ғинуарға ҡараған төндә һиҙҙермәҫтән дошман доттары һәм дзоттарын баҫып ала һәм шунда нығына.
Бейеклекте кире ҡайтарырға ынтылып, фашистар иртәгәһенә таңға әүҙем һөжүмгә күсә. Тәүҙә бронетранспортерҙар менән пехота яуға ташлана. Атаевсылар һөжүмде кире ҡаға. Дошман ҡыҫымы көсәйә бара. СС-тың ике ротаһы ташлана. Яугирҙәр ҡаршы күтәрелә. Алыш төн уртаһына тиклем дауам итә. Был көндө 200 фашист һалдаты юҡ ителә. Атаевсыларҙан 13 яугир, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ Зөфәр Әминев менән Фазылйән Бәширов та һәләк була.
22 ғинуарҙа иртән үк немец автоматсылары ике танк оҙатыуында штурмға күтәрелә. Был көндә атаевсылар дүрт һөжүмде кире ҡаға. Әммә аҙ һанлы совет яугирҙәренә ҡаршы дошмандың ун танкы һәм пехота батальоны ташлана. Һалдаттар быны ла кире ҡаға. Дивизияның төркөмгә ярҙам ебәреү мөмкинлеге булмай. Кискә тиклем фашистар өс йөҙ һалдат һәм офицерын, өс танкын, бер бронетранспортерын юғалта.
23 ғинуар иртәһендә Северский Донец йылғаһын кисеп сығып, атаевсыларға ярҙамға килеүселәр тетрәнгес күренешкә шаһит була: окоптар һәм блиндаждар янында яугирҙәрҙең үле кәүҙәләре ята. Бейеклектең өҫтө снаряд һәм миналар шартлауҙан аҡтарылып бөткән, тирә-яҡта немец танктары яна…
Тиңһеҙ батырлығы өсөн лейтенант А. Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә ҡалған 29 яугир I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Атаевсыларҙың ҡаһарманлығын урындағы халыҡ онотмай. Уларҙың исемдәре мәктәп, урамдарға бирелгән. Ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейында атаевсыларға арналған зал бар. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында күп материал тупланған.
1967 йылдың ғинуарында Белая Калитва ҡалаһын дошмандан азат итеүҙең 24 йыллығы айҡанлы атаевсылар ҡаһарманлыҡ күрһәткән урында аҡ мәрмәрҙән өс метр бейеклегендәге һәйкәл ҡуйылған. Был бейеклегендәге урындағы халыҡ “Үлемһеҙлек ҡалҡыулығы” тип йөрөтә. Яңы өйләнешкән парҙар үҙҙәренең тормош юлын ошо һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башлай.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Белая Калитва ҡалаһы хакимиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән тығыҙ бәйләнеш тота. Уларҙың ярҙамы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Атаев тураһында материалдар менән тулыландырылды.