Хеҙмәттәгеләрҙән яҡшы хәбәрҙәр генә килһен23.02.2013
Хеҙмәттәгеләрҙән яҡшы хәбәрҙәр генә килһенАрҡауыл егете Вилүр Мөхөтдинов Яңы йыл алдынан ғына һалдаттан ҡайтып төштө. Әрмегә тиклем ул Өфө сәнғәт училищеһының баян бүлеген тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға ситтән тороп уҡырға ингәйне, Арҡауыл урта мәктәбендә музыканан уҡытты. Ярты йыл да эшләп өлгөрмәне, Вилүргә хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы килде…

Ул тәүҙә Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында дүрт ай хәрби әҙерлек үтә. Артабан һалдатты Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһына ебәрәләр. Бындағы ғәскәри часть таратылыу сәбәпле Вилүр артабанғы хеҙмәтен Пермь ҡалаһында дауам итә. Ул мотоуҡсылар ғәскәрендә БМП-ның тоҫҡаусы операторы вазифаһын башҡара.
Рядовой Мөхөтдиновтың хәрби бурысын яҡшы үтәүе хаҡында уның әсәһенә ебәрелгән Рәхмәт хаты һөйләй. “Хөрмәтле Резида Наил ҡыҙы! Улығыҙ Мөхөтдинов Вилүр Фазит улы үҙенең эшһөйәрлеге, хеҙмәтенә яуаплы мөнәсәбәте менән командирҙар, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яуланы. Уны маҡсатҡа ынтылышы, намыҫлылығы, иптәштәре хаҡында хәстәрлеге һәр ваҡыт айырып торҙо. Үҙ белемен, тәжрибәһен башҡалар менән бүлешә.
Часть командованиеһы улығыҙҙы өлгөлө тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерә. Киләсәктә лә үҙенең гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәренә ышанабыҙ”, — тип яҙа ғәскәри часть командиры, 1-се ранг капитаны А. Тозик.
– Армияла хеҙмәт итеүҙең ҡыйынлығы булманы. Бер йыл тиҙ үтеп китте, – ти “дембель”.
“Хәҙер унда һалдаттарға балалар баҡсаһындағы кеүек рәхәт тиҙәр. Төшкө аштан һуң бер аҙ серем итеп алырға мөмкинме, ашхана, хужалыҡ эштәренә йәлеп итәләрме?” – тигән һорауға Вилүр:
– Ҡайҙа эләгеүеңә ҡарап. Беҙҙә, мәҫәлән, көндөҙ йоҡлау ял көндәрендә генә тәтей ине. Хәрби йөкләмәнән тыш, башҡа эшкә һалдаттар йәлеп ителмәй, – тип яуап бирҙе.
Йәмғиәттә ниндәй генә фекер йөрөмәһен, әрме егеттәрҙе сыныҡтырыу мәктәбе булып ҡала. Шуныһы ҡыуаныслы: Ватанды һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ тураһында ошондай рәхмәт хаттары йыш килә. Артабан да шулай булһын.


Вернуться назад