Әрме мәҙәктәре хаҡында һүҙ сыҡҡайны, ауылдашым Мөхәмәт ағай үҙ башынан кисергәнен кинәнеп һөйләргә тотондо:
"Минең ней, әрмегә тиклем ауылдан ары бер ҡайҙа ла сыҡҡаным юҡ ине. Шуға ла, алыҫҡа барып эләккәс, тәүҙә ауырыраҡ булды. Тыуған яҡты һағындыра бит. Хәрби режимға өйрәнеүе лә еңелдән түгел. Унда өйҙәге кеүек төшкә тиклем һуҙылып ятып булмай. Таң атыр-атмаҫ тораһың, шырпы бөртөгө янып бөткәнсе кейенәһең, шунан хет сатлама һыуыҡ булһа ла тышҡа сығаһың, зарядка эшләйһең... Дөрөҫөн әйткәндә, ялҡытты!
Исмаһам, берҙе генә туйғансы йоҡлап та булмай. Ишшеү, өйгә хат яҙһаң, тикшерәләр. Килгәненә лә тәүҙә минән өҫтәрәктәр күҙ йүгертеп сыға. Күрәһең, әрмелә насар, шуныһы оҡшамай, быныһы килешмәй тип яҙып ҡуймаһын тип борсолаларҙыр.
Көндәрҙең береһендә башыма бик шәп уй килде әле. Хат яҙырға — үҙемә! Ниңә аптырайһығыҙ ул? Әллә мине иҫәр тип уйлайһығыҙмы? Һөйләгәнемде тыңлап бөтөгөҙ...
Ауылда мине һөйөклөм көтөп ҡалды. Ул ебәргән хаттарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Үҙем дә йыш ҡына яҙып торам. Ә хатты тикшергәндәр был хаҡта яҡшы белә.
Ошоно күрә тороп, хәйләгә килдем дә инде: һөйөклөм Сәлимә исеменән үҙемә хат яҙырға. Күп уйлап тормай, былай тип теҙеп алып киттем: "Мөхәмәт! Башҡаса хат яҙып, теңкәмде ҡоротма! Һин мине онот. Хәҙер һине яратмайым, башҡаны осраттым. Хуш, үпкәләштән булмаһын. Сәлимә". Шунан быны конвертҡа һалдым. Юйманы лезвие менән ҡырҡып, мисәт эшләнем. Аҙаҡ шуның менән конвертҡа шап иттереп мөһөр һуҡтым. Инде берәү ҙә шикләнмәҫ — хат Башҡортостандан ебәрелгән. Буш ваҡытым килеп сыҡҡас, ипләп кенә хатты хәрби часыбыҙҙың почтаһына һалып киттем.
Ике көн дә үтмәне, рота командиры саҡыртып алды. Быны ишетеп, бүтән һалдаттар аптыраны. Капитан һынлы капитан саҡыртһын әле!
— Хәлдәр нисек, рядовой? — тип хәлемде һораны был.
— Яҡшы, — тигән булдым.
— Ярай, улай булғас. Ә һин баҫып торма, ултыр, — тигәс, бөтөнләй иренем дә киттем. Шунан капитан ситләтеп кенә "көйләй" башланы. Ә мин бер нәмә лә белмәмеш тә күрмәмеш.
— Әрменән ҡайтыуыңды көтөүсе кешең барҙыр?..
— Эйе, иптәш капитан, ҡыҙым көтә!
— Һин уны яратаһыңмы?
— Үлеп яратам. Уның өсөн утҡа ташланырға, ғүмеремде бирергә әҙермен.
Был яуабымды ишеткәс, капитан бер аҙ шым ултыра бирҙе. Шунан ипләп кенә тартмаһынан конверт сығарҙы ла миңә һуҙҙы:
— Беҙ һине арыҫландай егет тип беләбеҙ. Әммә тормошта төрлө хәлдәр була. Шул саҡта егеттең кем икәнлеге һынала ла инде. Бына ошо хат та һинең өсөн ҙур һынау... Уҡып сыҡ әле.
Мин аптырап киткән булдым, ҡыштыр-ҡоштор ҡағыҙҙы сығарҙым да уҡырға тотондом. Теге һөйләмдәрҙе уҡып бөткәс, һикереп урынымдан килеп торҙом. "Йәшәгем килмәй, йәшәгем килмәй", — тип һөрәнләп сығыу янына ынтылдым.
Капитан ни эшләргә белмәй. Ул мине нисек тә булһа тынысландырырға тырышты...
Был хәйләм бигерәк шәп килеп сыҡты. "Егет үҙе менән берәй нәмә эшләп ҡуймаһын, ҡарап йөрөтөгөҙ", — тигән икән етәкселек. Әллә аҙна буйына төшкә хәтлем йоҡланым. Зарядкаға сыҡманым. Уның былай ҙа ҡайғыһы ҙур, әйҙә, йоҡлай бирһен, тиҙәр. Хәрби күнекмәләргә лә арыу уҡ ваҡыт йөрөмәнем, сөнки унда автомат менән эш итергә кәрәк. Үҙен атып ҡуйыр тип ҡурҡалар икән... Әрме түгел, торғаны бер ожмах инде!"
Шундайыраҡ мәҙәктәрен Мөхәмәт ағай әллә күпме һөйләр ине, тик Сәлимә еңгә күренде лә әңгәмәне өҙҙө:
— Әйҙә ҡайттыҡ, донъя тулы эш, ә һин лаҡап һатып ултыраһың!..