Һәр сабый бәхеткә лайыҡ22.02.2013
Һәр сабый бәхеткә лайыҡЕтемлек мәсьәләһе ил кимәлендә көнүҙәклеген һис юғалтмай. Киреһенсә, бала хоҡуҡтарын яҡлау, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарҙы ҡурсалау буйынса власть даирәләрендә тәҡдим һәм идеялар артҡандан-арта, балалыҡҡа ҡағылған закондарҙы камиллаштырыу, социаль етемлекте иҫкәртеү хаҡында фекер алышыу дауам итә.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың республикабыҙҙағы балалар йорттары етәкселәре менән Башҡортостан Хөкүмәтендәге осрашыу барышында ла һүҙ тап ошо ҡырҡыу проблема хаҡында барҙы.
— Балаларҙың ғаиләһе булмауы, етемлектең артыуы беҙҙең ҡеүәтле илгә һис тә төҫ түгел, — тине Михаил Бабич. — Әле Волга буйы федераль округында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 129 мең бала иҫәпләнә. Был — гигант һан. Рәсәйҙәге ҡарауһыҙ балалар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етемлеккә дусар булған сабыйҙар һаны менән тиңләште. Бөгөнгө бурысыбыҙ — һәр бала ғаиләле, үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлеккә эйә булһын, тормошта үҙ урынын тапһын өсөн барыһын да эшләү. Кәңәшмәгә тиклем Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда булып, етемдәрҙең йәшәү шарттары менән таныштыҡ. Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә күҙгә салынмаған хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек.
Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙың күпселеге ғаиләләрҙә патронат тәрбиәһендә йәшәй. Уллыҡҡа алыусыларҙың бик аҙлығын да телгә алды кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Ни өсөн рәсәйҙәр баланы уллыҡҡа алырға теләмәй, тигән һорауға М. Бабичтың үҙ ҡарашы бар. Бының бер сәбәбен ул мәғлүмәт сәйәсәтенең дөрөҫ алып барылмауында, уллыҡҡа алыу менән бәйле күңелһеҙ хәлдәрҙе артыҡ ҡуйыртыуҙа күрә. Ғәмәлдә ыңғай миҫалдар, бәхетле ғаиләләр бик күп.
— Беҙ бөгөнгө теманың үтә нескә, айырыуса һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткәнен аңлайбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Әлегә бөтә уйлаған ғәмәлдәребеҙҙең дә тормошҡа ашмауына ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә алға китеш бар. Баланы уллыҡҡа алғандарға бюджеттан 400 мең һумдан ашыуыраҡ күләмдә аҡса түләү өсөн мөмкинлек таптыҡ. Һуңғы алты йылда балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һаны 30 процентҡа кәмене. Балалар йорттарының дүртәүһе ябылды, сиратта — тағы икәү.
Һуңғы осорҙа баланы уллыҡҡа алыуҙа норматив хоҡуҡи нигеҙҙең ябайлаштырылыуы, бюрократик кәртәләрҙең аҙайыуы ла һиҙелә. Әммә, республика Президенты әйтеүенсә, етем сабый өсөн һәр көн ҡиммәт, ваҡытты һуҙырға, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙҙән алырға хаҡыбыҙ юҡ.


Вернуться назад