Тәбиғәтте данланыҡ22.02.2013
Гәзитебеҙ иғлан иткән "Районымдың ете мөғжизәһе" конкурсы уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, әүҙемдәр тыуған яғының хозурлығын һүрәтләп мәҡәләләр яҙҙы. Байтаҡ ҡына хат алдыҡ. Уларҙың күбеһе гәзит биттәрендә донъя күрҙе.
Ожмахтай еребеҙҙе данлағанда, авторҙар яндырылған урмандар, бысратылған шишмәләр, сүп-сарға күмелгән тәбиғәт мөйөштәре тураһында әрнеүле уйланыуҙарын да еткерҙе. Йыл аҙағында конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ.
I урынға "Аллаһ" һүҙе яҙылған Таллы тауы" мәҡәләһе өсөн (2012 йыл, 24 ғинуар) Мәләүез районынан Фирүзә Арыҫланова лайыҡ булды. II урында — "Дурбан – Дыуан – Дуван – Дыуан?" (2012 йыл, 21 март) мәҡәләһе өсөн Ризван Хажиев һәм Наилә Абдуллина, "Европа менән Азия осрашҡан ер" (2012 йыл, 15 март) мәҡәләһе өсөн Спартак Ильясов. III урын "Ҡаранды тәмләп ҡара" (2012 йыл, 15 март) мәҡәләһе өсөн Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылынан Флүрә Хәлиловаға бирелде. Шулай уҡ бай йөкмәткеле мәҡәләләре өсөн үҙ хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова, даими авторыбыҙ Гөлшат Әхмәтҡужинаға рәхмәт белдерәбеҙ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.