Тәртип йорттан башлана22.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендә социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда “2009 – 2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыу сараларын үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ иҫәпләү тәртибен тикшереү һөҙөмтәләре барланды.

– Мәғлүмәтте һанлы форматта тапшырыу тәжрибәһе күп илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә 2010 йылдан ҡулланыла. Һөҙөмтәлә илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҡәҙимге бер нисә канал урынына 20 телеканал тапшырыуҙарын юғары сифатта һәм бушлай ҡарай аласаҡ. Республикала 2015 йылға тиклем халыҡтың 95 проценты һанлы тапшырыу форматын ҡабул итеүгә күсәсәк тип күҙаллана. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 1,5 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителәсәк. Был һан Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғары, – тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай уҡ телерадиотапшырыуҙарҙы яңы форматта ҡабул итә башлау өсөн республикала 239 телевизион станция төҙөү талап ителә. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Республика етәксеһе уларҙың финанс йәки техник юҫыҡта түгел, ә ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылышлы икәнлеген дә билдәләп үтте: программаны тормошҡа ашырыуҙа министрлыҡтар һәм ведомстволар әүҙемлек күрһәтмәй, муниципалитеттар ҙа ла тынлыҡ. Шулай уҡ проблемалар башлыса документтарҙы тәртипкә килтереүгә бәйле: станциялар өсөн бүленгән ер участкаларының документтарын бер категориянан икенсеһенә күсереү, улар өсөн ҡуртым хаҡын билдәләү кеүек мәсьәләләр төп эште тотҡарлай. Заманса мөмкинлекте ҡулланам тиһә, халыҡҡа яңы телевизор йәки һанлы тапшырыуҙы ҡабул итеүсе махсус ҡулланма һатып алырға тура киләсәк. Был иһә күп кенә өҫтәмә сығымдар талап итә.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәт өсөн хаҡ иҫәпләү тәртибен тикшереү һөҙөмтәләренә килгәндә, республика етәксеһе был проблеманың киҫкенлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм муниципалитет етәкселәренә был мәсьәләне үҙҙәренең шәхси күҙәтеүендә тоторға ҡушты.
Коммуналь түләүҙәргә хаҡтың самаһыҙ күтәрелеүенә дәғүә белдереп, халыҡ төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ғына былтыр өс меңдән ашыу ошондай хат килгән.
– Инспекция тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә төрлө етешһеҙлектәр асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күпселеге идарасы компанияларҙың, төрлө йорт структураларының эшмәкәрлегенә бәйле. Мәҫәлән, былтыр октябрь-ноябрь айҙарында Өфөләге бер генә йортта кешеләрҙән 27 мең һум артыҡ түләү алынған. Ошонан сығып, республика күләмендә ниндәй һан тураһында һүҙ барғанын күҙалларға мөмкин, – тине Рөстәм Зәки улы.
Түләү ҡағыҙына үҙгәреш индереү, атап әйткәндә, дөйөм йорт ихтыяжы өсөн хаҡ күрһәтеү халыҡ тарафынан өҫтәмә түләү кеүек ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бының ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, элекке квитанцияларҙа был һандың ағымдағы түләүҙәрҙә “йәшерелгәнен”, хәҙер иһә айырым күрһәтелеүен телгә алды. Әммә ҡайһы бер идарасы компаниялар ошо үҙенсәлекте үҙ мәнфәғәтендә файҙалана һәм халыҡҡа ҡағылышһыҙ түләүҙәрҙе лә уларға йөкмәтә. Коммуналь түләүҙәр мәсьәләһендә тәртип булдырыу йәһәтенән Ирек Ялалов идарасы компанияларҙың финанс яуаплылығын ҡануниәт нигеҙендә нығытыу ихтыяжы көнүҙәк булыуын, был йәһәттән Рәсәй Дәүләт Думаһына тәҡдим индереү кәрәклеген билдәләне.


Вернуться назад