Ете тарафтан ете хәбәр22.02.2013
Тест һөҙөмтәһе ҡыуаныслы

Районда IX — XI класс уҡыусылары менән 107-се һөнәрселек училищеһы курсанттары наркотиктарҙы һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыуға тест һынауын үтте.
Бындай сара районда икенсе йыл рәттән уҙғарылды. Быйыл 418 уҡыусы менән 115 курсантты тикшергәндәр. Шуныһы ҡыуаныслы: тест һынауҙарының барыһы ла кире һөҙөмтә күрһәткән, йәғни наркотик ҡулланыу асыҡланмаған.
“Стәрлебаш шишмәләре”.

Иң шәп саңғысылар — беҙҙә!

Күптән түгел Әбйәлил районының “Ирәндек” балалар ял итеү лагерында мәктәп уҡыусылары араһында саңғы буйынса төбәк ярыштары уҙҙы. Унда Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы райондары спортсылары ҡатнашты.
Күрше райондан килеүселәр елдәй етеҙ булһа ла, әбйәлилдәр һынатманы. Егеттәр араһында бөтә призлы урындарҙы райондың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яуланы. Ярыштарҙың барлыҡ төрөндә лә Әбйәлил командаһы беренсе урынды бирмәне. Икенсе урынға бөрйәндәр, өсөнсөгә ейәнсуралар сыҡты. Бынан тыш, саңғысылар Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында үткән “Лыжня России” ярышына ла барып ҡайтты. Унда Денис Мөхәмәтйәров, Зилә Басирова, Миләүшә Мәхмүтова, Нур Кәримов, Азат Яҡупов еңеүсе дипломын яуланы.
“Осҡон”.

Тегенселәр оҫталыҡта ярышты


Күптән түгел Ишембай ҡалаһының 21-се һөнәрселек училищеһында “Тегенсе-2013” республика олимпиадаһы үтте. Сарала республиканың төрлө ҡала һәм райондарындағы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында тегенсе һөнәренә уҡыған ҡыҙҙар һынау тотто. Ярышҡа Аҡъяр, Сибай, Бөрө, Октябрьский, Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан студенттар килде.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: Өфө ҡалаһының 10-сы һөнәрселек лицейы студенты Нурзидә Ғиниәтуллина — беренсе, 21-се һөнәрселек училищеһында белем алған Надя Васильева — икенсе, Салауат ҡалаһының 20-се һөнәрселек лицейынан Елена Корсакова өсөнсө урынды яуланы. Ғөмүмән, олимпиадала ҡатнашҡан бер тегенсе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
“Торатау”.

Балыҡ тонсоҡмаясаҡ

Ауырғазы районының Кешәнле ауылында үткән сарала мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр һәм райондың тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Мәктәптә йыл һайын төрлө йүнәлештәге экологик акциялар ҙа үткәрелә.
Теоретик әҙерлектән һуң, әлеге сарала ҡатнашыусылар дәррәү эшкә тотондо. Балыҡтарҙы ҡотҡарыу айырыуса уҡыусыларға оҡшаны. Шуныһы: бынан ике йыл элек ауыл эргәһендәге быуала табан балыҡтары ҡышын тонсоғоп ҡырылған. Бындай күңелһеҙ хәл ҡабатланмаһын өсөн даими рәүештә мәке уйып торорға кәрәк. Артабан барыһы ла Байыш күленә юлланды. Бында балыҡ ҡотҡарыусылар мәке уйыуҙан тыш, күлгә 20 килограмм һаҙан ебәрҙе.
“Ауырғазы хәбәрҙәре”.

Йәштәр кәңәшмәгә йыйылды


Архангел районында муниципаль район ҡарамағындағы йәштәр советының тәүге ултырышы үтте. Көн тәртибенә 2020 йылға тиклем Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү конценпцияһына бәйле һорауҙар сығарылды, быйылға эш планы раҫланды.
Ултырышта райондың белем биреү учреждениелары етәкселәре лә ҡатнашты. Йәштәр советы ағзалары уҡытыусыларға ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән эшләү һәм улар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса мониторинг үткәрергә тәҡдим яһаны. Сарала шулай уҡ йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтарыу мәсьәләһе тикшерелде, уны хәл итеү юлдары билдәләнде.
Архангел районы хакимиәте сайтынан.

Һуғыш хәтерҙән юйылмай

Мәләүез районының Ергән ауылында яугир-интернационалистар һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Яңы обелиск Ватанды һаҡлаусылар мемориалын тулыландырҙы.
Һәйкәл ауылдың әүҙем кешеләре, Хәрби бәрелештәр ветерандары союзының Ергән бүлексәһе етәксеһе Фәнил Ғәйнуллин, Афғандағы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр һәм бағыусылар ярҙамында төҙөлгән. Афғанстанда Ергән ауылынан 21 кеше үҙенең интернациональ бурысын үтәгән. Уларҙың барыһы ла тыуған яғына имен-һау ҡайтҡан. Был обелиск яуҙаштарҙың осрашыу урынына әйләнәсәк, йәш быуынға тыныслыҡтың ҡәҙере тураһында иҫкәртеп торасаҡ.
Хәрби бәрелештәр ветерандары берлегенең
Ергән бүлексәһе.

Ҡабандарҙы ҡотҡарғандар

Салауат районында йәшәгән изге күңелле кешеләр ҡырағай хайуандарҙы үлемдән ҡурсалап алып ҡалған. Егерҙар ҡуйы ҡарағайлыҡ араһында йәшеренгән, хәлдәре бөтөп, өшөгән өс ҡабан балаһына юлыҡҡан.
Йәнлектәрҙе Әсғәт Ҡотошкин өйөнә алып ҡайтҡан. Ҡотҡарыусының фекеренсә, уларҙың инәләрен браконьерҙар атҡан. Әлкә ауылы фермеры ла бер ай самаһы элек урмандан ҡабан балаһы табып алып ҡайта. “Уны урманда ҡалдырыу енәйәткә тиң булыр ине”, – ти ул. Тиҙҙән уларҙы Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә оҙатасаҡтар.
“Әйлестан”.


Вернуться назад