Теш ауыртыуы яман…22.02.2013
Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» гәзите редакцияһына Әбйәлил районынан түбәндәге хат килде:
«Минең ҡыҙым Өфөлә лицейҙа уҡый. Теше һыҙлай башлағас, стоматологка барған (йәшәгән урыны буйынса, Ҡулса урамы, 180). Яҡын-тирәлә башҡа поликлиника юҡ, ти. Бер тапҡыр ҡабул иткәндәр, икенсеһендә кире борғандар. Теше шешкән, ҡайҙа барырға белмәй. Ул артабан кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш?»
Борсоулы яҙма Әбйәлил районының Асҡар ауылынан, Хәлисә Фәсхетдинованан килгән. Хаттың йөкмәткеһе бихисап һорау тыуҙырҙы, Хәлисә ханым менән бәйләнешкә индек. Бәлки, йыраҡтан баш ҡалаға уҡырға килгән үҫмер ауыр хәлгә тарығандыр, уҡыу йортонда балаларға тейешле иғтибар юҡтыр тигән фекер мәсьәләнең осона сығырға әйҙәне. Ҡыҙғаныс, әсә баланың нисәнсе лицейҙа уҡығанын да белмәй булып сыҡты: "Черниковкалағы лицей инде…" — тигән яуап шаҡ ҡатырҙы. Әммә беҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел: уҡыу йортон да, баланы ла таптыҡ, лицей етәкселегенә, хәлде асыҡлауҙы һорап, рәсми хат менән мөрәжәғәт иттек. Ошо көндәрҙә иһә яуап алдыҡ. Унда түбәндәге юлдар бар:
«Өфө ҡалаһының 155-се башланғыс профессиональ белем биреү лицейының педагогия коллективы килеп тыуған хәлде тикшерҙе. Ситтән килгән студенттар ятаҡта йәшәй, һәм улар өсөн ваҡытлы теркәү ҡаралған. Шуға ярашлы cтуденттар Ҡулса урамындағы 180-се йортта урынлашҡан стоматология поликлиникаһында хеҙмәтләндерелә. Студент Нәркәс Фәсхетдинова медицина учреждениеһында тейешле ярҙам алған, йәғни уға ауыртыуҙы баҫа торған бушлай укол ҡаҙағандар, әммә уның үтенесе буйынса өҫтәмә рәүештә түләүле (200 һум) тағы бер укол һалғандар. Ҡыҙҙың әсәһе менән телефон аша бәйләнешкә инеп хәлде аңлаттыҡ. Директор Любовь Расаева».
Тәүге ҡарамаҡҡа буштан сыҡҡан буран кеүек. Ә шулай ҙа уйланырлыҡ урын бар: ҙур фажиғәләрҙең дә бәләкәй генә хәлдән башланыуы ихтимал. Шуға күрә абай булығыҙ!