«Уҡытыусым!
Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,
Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?
— ти Кәтибә апай Кинйәбулатова бер шиғырында. Әммә, үкенескә ҡаршы, ҡаялар ҙа ҡаҡшап ҡуя шул ҡайһы саҡ, ишелеп тә китә икән көтмәгәндә…
Һуңғы йылдарҙа телеканалдар, рейтинг эшләйем тип, ахыры, ирешә-талаша торған шоуҙарында уҡытыусы менән уҡыусы араһында тыуған конфликттарҙы яҡтыртыр булып китте. Әйтергә кәрәк, йышыраҡ аудитория (йәмғиәт тип тә атар инем) балалар яҡлы. Һүҙ ҙә юҡ. Сабыйға ҡул күтәреү бер ҡанунға ла һыймай. Ундайҙар мәғарифҡа хеҙмәт итергә тейеш тә түгел. Тик нимә этәрә һуң уҡытыусыны яһиллыҡҡа? Сәбәбе нимәлә?
Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, статистика буйынса Рәсәйҙә уҡытыусы дипломы алған йәштәрҙең мәктәпкә килергә теләмәү сәбәптәренең береһе (23,7%) — балалар агрессияһынан ҡурҡыу. Дөрөҫөрәге, «өс тинлек» аҡсаға тәртипһеҙ балалар менән эшләгеһе килмәй йәштәрҙең. Ысынында иһә, йәштәр генә түгел, 25 — 30 йыл ғүмерен педагогикаға биргән тәжрибәле уҡытыусылар араһында ла хәҙерге ҡайһы бер балаларҙы тыңлата алмағандары бар. Бер әйтә, ике әйтә, егерме әйтә …шунан сабырлыҡтың да сиге бөтә – уҡыусыға аҡбур оса, елкәһенә линейка ҡуна...
Уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы низағтың бихисап сәбәбен атай мәктәп психологтары — йорт проблемалары «эйәреп килеү»ҙән алып «бала айырыу»ға тиклем. Шулай ҙа иң йыш осраҡта уҡытыусының ҡул күтәреүгә барып етеүендә уҡыусы үҙе сәбәпсе, ти психология белгестәре. Мәҫәлән, әлеге лә баяғы йәш педагогты алайыҡ. Яңы эшкә килгән. Балалар һынап ҡарарға теләй. Араларындағы бер тиктормаҫы тәртип боҙоу аша «үҙе менән таныштыра». Әгәр өндәшмәй ҡалһа, елкәһенә «һә» тигәнсе менеп тә ултыра. (Унан тыш кластағы башҡа уҡыусыларға ла белем бирергә кәрәк бит әле.) Йыуаштан да йыуан сығыуы ихтимал, ти халыҡ. Бер ай түҙә уҡытыусы, ике ай. Шунан тағы аҡбур, тағы линейка. Иң үкенеслеһе шул: бындай осраҡтар йышайғандан-йышая.
Әҫәрҙәрҙән уҡып белеүебеҙсә, борон мулла-остаздарҙың ҡулында һәр саҡ сыбыҡ булған. Совет дәүерендә лә уҡытыусының абруйы сикһеҙ ине. Элек нисек кенә булмаһын, заман башҡа — заң башҡа: балаларҙы һүҙ менән генә тәрбиәләү талап ителә хәҙер. Тик бына бер ҙә ипкә килмәҫлек уҡыусылар менән ни эшләргә тейеш бахыр уҡытыусы? Ә бар бит шундай балалар, бар. Дәрес менән ҡыҙыҡһындырам тип, ниндәй алымдар ғына ҡулланмаһын педагог, ә ул уҡырға теләмәй, башҡаларға ла белем алырға ҡамасаулай. Әйткәнде бар тип тә белмәй.
Улай ғына ла түгел. Мәктәптә эшләп йөрөүсе бер танышым күптән түгел уңайһыҙ хәлгә тарығайны. Башланғыс кластарҙа уҡыта. «Бер көн ни тәртибе, ни уҡыуы юҡ малайға өй эшен әҙерләмәгәне өсөн «ике» ҡуйырға тура килде, — тип һөйләгәйне ул. — Билдәне көндәлегенә «ултыртыуым» булды, миңә «шап» иттереп килтереп һуҡмаһынмы был…» «Хәҙерге мәғариф һәм тәрбиә тармағына ҡарашығыҙ нисек?» — тигән һорауға бынан да турараҡ яуап табам тимә. Шулай ҙа, күпме мәктәп тирәһендә уралма, конфликт сәбәптәрен өйҙән эҙләргә кәрәктер, минеңсә.
Ысынлап та, ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр. Бына бөтә һорауҙарға яуап. Әгәр ҙә ата-әсә тәрбиәһендә үк бала алдында уҡытыусы абруйлы шәхес булараҡ баҫмай икән, икенсе аҙым яһауы —уҡытыусы менән сабыйҙың мәктәптәге аралаша башлауы — еңелдән булмағаны көн кеүек асыҡ. Бер генә миҫал: көнөн төнгә ялғап эсеп-туҙып йөрөүсе ата-әсәнең: «Уҡытыусы – ул һине белем донъяһына әйҙәүсе, изге кеше», тип әйтеп ултырғанын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эскәне түгел, өлгөлө булараҡ һаналғанынан да ундай һүҙ сыҡмауы ихтимал.
Айырым осраҡ — «бир, бир, бир» тип кенә үҫкән «текә» балалар. Әйткәндәй, статистика буйынса нәҡ иркә үҫкән сабыйҙар уҡытыусы менән бәхәскә инеүсән икән. Хәйер, был хаҡта тормош үҙе үк статистикаһыҙ ҙа әйтеп тора. Ул бит (иркә бала) «донъя кендеге»! Уҡытыусы ише халыҡтан ҡурҡып торорға ни, хәҙер бер һыҙғырһа, ата-әсәһе килеп мөғәллим йоратын «быуып» та ташлай. Бына шулайыраҡ уйлай бындай балалар. Шунан педагог абруйы, ғөмүмән, мәғариф хаҡында һүҙ йөрөтөп ҡара инде?!
Уҡытыусылар араһында ла төрлөһө бар, әлбиттә. Сабырлыҡтары ла бөтөп китә. Фәрештә битлеге кейгән шайтандар ҙа килеп сыға. Был осраҡта инде балаң ниндәй генә тәртипле булмаһын, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән уҡытыусынан барыбер эләгеүе ихтимал. Тик бындайҙар мәктәпкә нисек килеп эләгә һуң? Ә ниңә аптырарға, ана бит ҡайһылыр төбәктә сабыйҙарҙы көсләргә маташҡаны өсөн «ултырып сыҡҡан» бер ир белем биреп йөрөгән хатта. Эшкә алған саҡта ҡайҙа ҡарағандарҙыр. Балаларға тағы йәбешмәһә, һаман да белмәҫтәр ине әле.
…Уҡыу йорттарындағы конфликт мәсьәләһен бөтөрөү мөмкинме-юҡмы — аныҡ ҡына яуап биреүе ауыр. Әммә шуныһы асыҡ билдәле: баланы тәрбиәләүҙе камиллаштырыу буйынса бөгөн ғаилә институты тирәләй ҙә, мәғариф өлкәһендә лә эш байтаҡ, шулай ҙа ике яҡ та тырышһа йырып сығырлыҡ.
Айгөл ШӘһИСОЛТАНОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы директоры:— Тәрбиә кимәле өйҙә лә, уҡыу йортонда ла түбән, тип әйтһәм дә, шаштырмаҫмын төҫлө.
Элек «октябрят», «пионер» һымаҡ изге төшөнсәләр бар ине. Бына нәҡ шулар аша ҡаты тәртип булды. Уҡытыусыға ҡаршы әйтеү түгел, ҡарашынан ҡурҡып торор, хөрмәт һәм ихтирам менән бағыр инек. Ул да, үҙ сиратында, беҙҙе рәнйетмәне, йәберләмәне. Мәктәптәрҙә осраҡлы кешеләр ҙә булманы элек. Мәҫәлән, үҙем уҡыған саҡта уҡытыусының кемгәлер һуҡҡанын иҫләмәйем.
Бөгөнгө мәктәп уҡыусыһы үҙенең хоҡуҡтары менән яҡшы таныш, тик бурыстарын белергә теләмәй. Низағтарҙың күбеһе шунан килеп сыға, минеңсә. Әммә рәнйетеү аша сабыйҙы тәртипкә ултыртыуға ла юл ҡуйырға ярамай. Ҡанунға ярашлы саралар бихисап. Әйтәйек, тәртип боҙған баланың «ҡырын эше» атаһы йә әсәһе һәм психолог ҡатнашлығында тикшерелергә тейеш. Ниңә уҡытыусыға ошо юлды һайламаҫҡа? Үҙенең ҡараш-фекерен дә яҡлай ала, бәхәсле хәл дә юҡҡа сығасаҡ.
Радик ҒИЗЗӘТОВ, Салауат ҡалаһының 1-се лицейы уҡытыусыһы (йәш педагог):— Яңы ғына эшкә килгән саҡта, тәртип боҙоп, минең алда абруй яуларға теләүсе бер-ике уҡыусы бар ине: шаяралар, һүҙ көрәштерәләр. Әммә өндәшмәй түҙҙем һәм …күпмелер ваҡыт үтеүгә, балалар үҙҙәре тынысланды. Ә шундай ваҡытта ҡаты бәрелһәң, «танышыуҙың» башҡасараҡ та йүнәлеш алыуы ихтимал. Улар иң беренсе сиратта — сабый. Бына шуны һәр саҡ күҙ уңында тоторға кәрәк, минеңсә. Тик гел өндәшмәү сараһы ярҙам итмәй шул. Кәрәк саҡта әрләп алыу ҙа мотлаҡтыр, ләкин балаға ҡул күтәреүҙе күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс. Был — енәйәт!