Ҡотлайбыҙ!22.02.2013
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Самаҙы ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәсҡүҙә Исхаҡ ҡыҙы Ғәлимова-Яҡшыбаева ошо көндәрҙә күркәм юбилейын — 85 йәшен, атайыбыҙ Сарим Ярулла улы Ғәлимов менән бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулыуҙы билдәләй.
Әсәйебеҙҙең бала сағы ауыр осорға тура килә. 1931 йылда уның ғаиләһе репрессияға эләгә һәм Томск өлкәһенә ебәрелә. Өс йәшлек ҡыҙын (әсәйемде) өләсәһенә ҡалдырып, ете һәм өс айлыҡ сабыйҙарын үҙҙәре менән ала ғаилә. Әммә барып еткәс, ауырлыҡтарҙан ғаилә башлығы мәрхүм була, ә өләсәйем ике балаһын алып, ҡасып ҡайта. 1934 йылда ғына тыуған яғына килеп баш терәй. Күргән-кисергән хәсрәттәр эҙһеҙ үтмәй: күп тә тормай, ул да вафат була. Ауыр ҡайғынан өләсәйем тома һуҡыр ҡала, бер үҙе өс ҡыҙҙы тәрбиәләй. Һуғыш йылдарында ла улар бирешмәй. Әсәйем Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1955 йылда Учалы районының Ҡужай ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр.
Тап ошонда әсәйем яҙмыш "бүләген" осрата: Свердловск тау институтында геологка уҡыған Сарим Ярулла улы Ғәлимовҡа кейәүгә сыға. 1958 йылда йәштәр өйләнешеп Силәбе өлкәһенә эшкә йүнәлә, тормоштарын йәмләп бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. 1975 йылдан ғаиләбеҙ Сибай ҡалаһында төпләнә. Атайыбыҙ Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында баш геолог булып эшләй.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ беҙҙең өсөн ҡояш кеүек: уның эргәһендә йылы һәм нурлы. Уға талапсанлыҡ, тырышлыҡ, фиҙакәрлек хас. Хеҙмәттәштәре өсөн ул — үҙ һүҙендә тора белгән абруйлы белгес, яҡындары һәм дуҫтары өсөн — изге күңелле, иғтибарлы, асыҡ күңелле ағинәй.
Ҡәҙерлеләребеҙ тулы ҡанлы тормошта, татыу ғаилә булып йәшәне һәм беҙгә һәр саҡ өлгө булып торалар. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, муллыҡ, бәрәкәт теләйбеҙ. Һәр көн тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!
Иң изге теләктәр менән
ҡыҙың Луиза, кейәүең Наил, ейәнсәрең Регина Макшуковтар,
улың Вадим, ейәнсәрең Ынйы,
ейәнең Данил Ғәлимовтар.

* * *
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлем Муллағолова Флүрә Ғизетдин ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡын кешебеҙ оҙаҡ йылдар тыуған ауылында колхозда эшләне, фиҙакәр хеҙмәте менән ауылдаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанды.
Апайыбыҙға ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ. Балаларыңдың игелеген күреп, шатланып йәшәргә насип булһын һиңә!
Һиңә булған изге теләгебеҙ
Урғып сыға йөрәк түренән.
Иҫән булып, оҙаҡ йәшәүеңде
Теләйбеҙ беҙ ихлас күңелдән!
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың исеменән ағайың Мирза.


Вернуться назад