Һәр таңды изге теләк менән ҡаршылау фарыз22.02.2013
Һәр таңды изге теләк менән ҡаршылау фарызБашланғыс класта уҡып йөрөгәндә Туҡанда йәшәгән Кинйәбулат олатайым менән Фатиха өләсәйем ҡапыл Һаралыға — беҙгә күсеп ҡайтты. Уларҙың оло һандығы әллә күпме әйберҙе һаҡлаһа, үҙҙәренең күңелендә лә бихисап сер, белем ятҡан. Иҫтә ҡалған ваҡиғалар, улар әйткән һүҙҙәр, бигерәк тә олатайымдың үҙ-үҙен тотошо, белемлелеге, ауылдаштарына оло кәңәшсе булыуы хәҙер генә аңлашыла. Моңло тауышы менән аҙан әйтеп намаҙ уҡыны, мәжлес түрендә халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен яңғыратыр ине. Шулай бер мәл ололарҙың бергә йыйылғандағы һөйләшеүе иҫтә ҡалған.

Йәнәһе, ахырызаман еткәндә донъя өс көнгә, өс төнгә ҡараңғылыҡҡа сума икән. Намаҙ уҡыған, мунсала булған, тирмән тартҡан, бала баҡҡан кешеләр генә иҫән ҡалыр, ти. Ундай саҡта тәҙрәгә ҡарамаҫҡа, тышҡа сыҡмаҫҡа, сит тауыштарға ҡолаҡ һалмаҫҡа кәрәк, имеш.
Балалар бит сер донъяһын ярата, мөғжизәле мөхиттә йәшәгеһе килә. Олатайымдың ошолай һөйләүе миңә әкиәт кеүек ишетелеп, сабый күңелем шул заманды күрергә хыялланғандыр, моғайын.
Күрәҙәсе лә түгел мин, ғалим да. Ҡәҙимге бер кешемен. Әҙәм ергә ни өсөн килгән? Ни өсөн йәшәй? Мал табып донъя көтөр, вариҫтар ҡалдырыр өсөнмө? Улай икән, йәшәүҙең мәғәнәһе әллә ни тәрән дә түгел. Быуындар, хакимдар алмашына, шул арала йәшәү рәүештәренә риза булмай баш күтәрәләр, илдәр менән дәүләттәр һуғыша… Ни өсөн? Беҙ бит барыбыҙ ҙа Ер кешеләре түгелме ни?! Ни бүлешәбеҙ? Әллә күпме атом, ядро шартлатҡыстары яһалған, биологик, химик, психик ҡоралдар ҙа кешелекте әллә нисә мәртәбә юҡ итә ала. Ҡала ерендә ҡайҙа барып төртөлмә — видеокүҙәтеү, күктә — шпион-юлдаштар, кеҫәлә — һәр аҙымды үлсәп торған телефон, чиплы кредит картаһы, водитель танытмаһы, ҡолаҡтар шау-шыуҙан арынмай, урамда китеп барғанда ла йәш-елкенсәк ниҙер тыңлай, автобуста йөрөһәң, күсмә һөйләшеү пунктында ултырған кеүекһең.
Фатирға килеп инһәң — һәр бүлмәлә телевизор, йыуынырға ингәндә лә телефон арттан ҡалмай, бала мәктәпкә төшөү менән шул “мәлғүн”де тотторабыҙ.
Кешелек ниҙәр ҡылған? Ниҙәргә өлгәшкән? Ни юғалтҡан? Уйланаһығыҙмы? Шунан инде беҙгә ниндәй мөмкинлектәр бирелеүенә күсәйек. Беҙ бит, Кеше — аҡыллы йән эйәһе, тип әйтергә яратабыҙ. Кешенең йәне үлмәй, тиҙәр. Быға бер ни тиклем ышанабыҙ. Ә үлемһеҙлек беҙгә ни өсөн кәрәк? Матди байлығына мас булып йәшәү өсөн түгел бит!
Шундай ғәжәйеп заманда йәшәйбеҙ. Донъя бер ҡасан да бөтмәй ул! Алда атасаҡ һәр таңды изге теләктәр, доғалар, Аллаһы Тәғәләне ололау, ҡеүәтләү, рәхмәттәр менән ҡаршылау, алама уйҙарҙан, насар ҡылыҡтарҙан арыныу фарыз. Шул саҡта юғалмаҫбыҙ, яңы тормошҡа аяҡ баҫырбыҙ.


Вернуться назад