Еҫтән нисек ҡотолорға?22.02.2013
Диван — хеҙмәт көнөнән һуң ял өсөн уңайлы урын. Әгәр унан күңелегеҙгә ятмаған еҫ килә икән, ял тураһында онотоуың ихтимал.
Был проблеманан халыҡ ҡулланған ысул менән ҡотолорға була. Мәҫәлән, аш йәки хуш еҫле тоҙ ярҙамында. Тоҙҙо тигеҙ генә итеп диван өҫтөнә һибеп сығаһың да 8 — 10 сәғәткә шунда ҡалдырып тораһың. Артабан уны щетка йәки саңһурғыс менән таҙартып алаһың. Тоҙ урынына аш содаһын да файҙаланырға мөмкин, сөнки ул да насар еҫте яҡшы һеңдерә.
Ә һабынлы һыу дивандың тире менән ҡапланған өлөшөндәге еҫте бөтөрөргә булышлыҡ итә. Һабынды йылы һыуҙа иретәләр һәм бер аш ҡалағы нашатыр спирты ҡушалар. Барлыҡҡа килгән иретмәгә манылған губка менән диван тышлығын һөртәләр. Артабан дымлы салфетка менән һабын иретмәһен йыуып алалар. Аҙаҡ кизе-мамыҡ таҫтамал менән һөртөп, кипкәнен көтәләр.
Әгәр халыҡ ысулы оҡшамаһа, борсолмағыҙ, көнкүреш химияһы магазинында диван тышлығын таҙартыу өсөн әллә күпме махсус нәмәләр бар.
Махсус сығарылышты Минзилә Ғабдрахманова әҙерләне.