Орлоҡ һайлай белегеҙ22.02.2013
Орлоҡ һайлай белегеҙӨйөгөҙҙә үткән йылдарҙа тороп ҡалған йәшелсә орлоҡтары бармы? Үрсетмә ултыртыр алдынан эште шуны барлауҙан башлағыҙ. Орлоҡтоң мотлаҡ яраҡлы булыу ваҡытына күҙ һалығыҙ. Ул күптән һатып алынһа, ташларға кәрәк. Эске өлөшө фольганан икән, сәсеү йәки шыттырыу мәле етмәйенсә ул ҡапты асмағыҙ.

Орлоҡ һайлағанда ниндәй уңышҡа өмөт итеүегеҙҙе, баҡсағыҙҙың һәм ерҙең үҙенсәлеген иҫәпкә алығыҙ. Ҡыяр, томат йәки татлы борос орлоғо кәрәккән саҡта гибрид яҡшы, сөнки ул үҫемлек сирҙәренә тотороҡло һәм уңышты ла мул биреүсән. Тик ҙур һәм ышаныслы фирмаларға ғына өҫтөнлөк күрһәтегеҙ. Йәшелсәнең барлыҡ гибридтары ла беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған. Мәҫәлән, "Маркиза", "Северный экспресс", "Оля", "Красная стрела", "Виктория", "Зимняя вишня" һәм башҡа фирмаларҙың томат орлоғо ышаныслы тип иҫәпләнә. Шуны онотмағыҙ: гибрид үҫемлектәрҙең орлоғон алырға ярамай!
Эшкәртелмәгән орлоҡто ғына һатып алырға кәңәш ителә. Эшкәртелгәндәренең көсһөҙ, яраҡһыҙ икәнлеген шунда уҡ асыҡлау мөмкин түгел. Шытһалар ҙа, мул уңыш алыуға иҫәп тотоп булмай. Юҡҡа аҡса, ваҡыт һәм көс кенә сарыф ителәсәк.

Ҡасан сәсеп, ҡасан ултыртырға?

Үрсетмә өсөн томат орлоғон 1 — 10 мартта сәсһәң, үҫентеләрҙе пленка аҫтына (ябылған ергә) 1 —10 майҙа күсереп ултыртырға мөмкин.
15 — 20 мартта сәселгәндәрен 20 —25 майҙа асыҡ ергә (ҡырау һуғыуҙан ҡурҡмаһағыҙ) ултыртырға ярай.
Орлоҡто ергә 10 — 15 апрелдә төртһәгеҙ, үҫентеләрҙе 10 — 15 июндә әҙерләнгән майҙанға ултырта алаһығыҙ. Был осор, әлбиттә, хәүефһеҙ, әммә помидорҙар һуң — июль аҙағында ғына — күренә башлаясаҡ.

P.S. Here you can find free dating sites


Вернуться назад