Сит илдә етештерелгән көнкүреш тауарҙарының йыш ҡына урыҫ телендәге күрһәтмәһе булмай. Нисек эш итергә белмәгәс, боҙоп ҡуйыуың да ихтимал. Бындай осраҡта нимә эшләргә?
Һатыусы уның менән нисек эш итергә өйрәтергә, урыҫ телендәге күрһәтмәһен бирергә тейеш. Әгәр һорап та ҡулығыҙға ала алмайһығыҙ икән, яҙма дәғүә белдерегеҙ һәм уны ебәреүҙе талап итегеҙ. "Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында"ғы Закондың һатыусы тауар хаҡында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә бурыслы тиелгән 10-сы статьяһына һылтанығыҙ. Урыҫ телендәге күрһәтмә 10 көн эсендә килеп етмәһә, ике аралағы килешеүҙе өҙөргә һәм аҡсағыҙҙы ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡлы булыуығыҙҙы яҙығыҙ.