Тәҙрә рамдарына — "икенсе ғүмер"22.02.2013
Тәҙрә рамдарына — "икенсе ғүмер"Тәҙрә рамдары иҫкерҙе тип һис тә бошонорға кәрәкмәй. Уны яңыртып, икенсе "ғүмер" биреп була һәм был эш әллә ни ҡатмарлы түгел.
Иң элек буяуын ҡырып алығыҙ. Артабан ағасты сереүҙән һаҡлау өсөн антисептик буяп һеңдерегеҙ. Тишек-тошоҡто махсус иҙмәләр менән һылап, тигеҙләп сығығыҙ. Ике ҡат буяғандан һуң лаклағыҙ. Тәҙрәләрегеҙ яңы ҡуйылғандай булыр. Сығым да аҙыраҡ китәсәк, аҡсаны материалдар алыу өсөн генә тотонаһың.


Вернуться назад