Аяҡ кейеменә лә тәрбиә кәрәк22.02.2013
Аяҡ кейеме төҫөн юғалтмаһын, уңайлы булһын өсөн нимә эшләргә? Йыш уйландыра был мәсьәлә.
Тиренән һәм замшанан тегелгән аяҡ кейеме айырыуса тәрбиә талап итә. Уларҙы һатып алғас та крем һөртөгөҙ һәм кипкәнен көтөгөҙ. Шунан һуң кейергә ярай. Ә йомшартыу өсөн лимон менән ышҡығыҙ. Туҡыма алып оҙаҡ ҡына һөрткөләһәгеҙ ҙә ялтырап китер.
Әгәр атлағанда туфли шығырҙай икән, табан аҫтына бер нисә тамсы зәйтүн йәки кастор майы тамыҙығыҙ.
Тиренән тегелгән аяҡ кейемен аҙнаһына ике-өс тапҡыр таҙартыу мотлаҡ. Әммә иртәнсәк урамға сығыр алдынан түгел, ә был хаҡта кистән хәстәрлек күреү кәрәк, сөнки крем 5-8 сәғәт самаһы һеңергә тейеш.
Ҡышҡы аяҡ кейемендә тоҙ таптары күренә башлаһа, тирегә йоҡа ғына итеп кастор майы һөртөгөҙ, шунан һабынлы йылы һыу менән яҡшылап йыуығыҙ. Кипкән тирене һыулатмай торған крем менән һөртөгөҙ.


Вернуться назад