Тәҙрә төбөндә гөлөм...22.02.2013
Тәҙрә төбөндә гөлөм...Көҙ һәм ҡыш бүлмә гөлдәре өйгә йәм, йылылыҡ биреп, үҙҙәренә ылыҡтырып торһон өсөн уларҙы нисек тәрбиәләргә?
Был осорҙа иң мөһиме — дөрөҫ итеп, кәрәк тиклем генә һыу һибеү.
1. Үҫемлектәргә тондоролмаған һыу һипмәгеҙ (ике тәүлек ултырған булһа, бигерәк тә яҡшы). Шулай уҡ һауыт төбөндә ҡалғанын файҙаланмағыҙ (кәрәкмәгән барлыҡ матдәләр тап шунда була).
2. Миләүшә (фиалка) һәм хәлһеҙләнгән гөлдәргә ҡайнаған йылы һыу кәрәк.
3. Әҙ-әҙләп кенә һибегеҙ. Күп итеп ҡойғанда гөлдө һәләк итеү ҡурҡынысы бар. Һыуҙы алдан, йәғни бер аҙналыҡ итеп хәстәрләү ярамай. Яратҡан гөлдәрегеҙҙең тамыры сереүен, ваҡ себен үрсеүен теләмәһәгеҙ, улай эшләмәгеҙ.
4. Гөл япраҡтары һалҡын быялаға тейергә тейеш түгел.
5. Был осорҙа кактустарға һыу һибеүҙән бөтөнләй туҡтап тороу яҡшы.
6. Шуны иғтибарға алығыҙ: аш-һыу бүлмәһендә ултырғандарына күберәк һибергә тура килә, сөнки унда һауа температураһы юғары, ә дымлылыҡ түбән була.
7. Һыу күберәк ҡойолған осраҡта, үҫентеләрҙе һаҡлап ҡалыуҙың ике юлы бар. Саманан тыш артыҡ һибелмәгәндә, активлаштырылған күмер ярҙам итер, сөнки ул сереүҙе туҡтата. Әгәр тупрағы үтә дымлы икән, гөлдө һауытынан алып (тамырҙарына зыян килтермәйенсә), марганцовкалы һыуҙа йыуҙырып, яңы тупраҡҡа ултыртырға кәрәк.
Кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалһағыҙ, гөлдәрегеҙ һалҡын миҙгелдә лә һөйөндөрөр, сәскәләргә төрөнөп ултырыр.


Вернуться назад