Расписка ярҙам итер22.02.2013
Аҡса алып торғанда, расписка тулы юридик көскә эйә. Уны нотариуста раҫлатып теркәтеү мотлаҡ түгел, быны үҙегеҙҙе страховкаларға теләһәгеҙ генә эшләргә була. Ул ике аралағы хәл судлашыуға барып еткән осраҡта, бурыслының барлыҡ дәғүәләрен инҡар итеп, мәсьәләнең сиселеүен тиҙләтергә булышлыҡ итә. Рәсәй Гражданлыҡ кодексы расписканың аныҡ формала яҙылыуын талап итмәй. Иң мөһиме — дөрөҫлөгө.
Расписка ҡулдан яҙылһа, яҡшы. Әгәр был эште башҡа кеше атҡарһа йәки компьютерҙа йыйылһа, ҡултамға ҡуйылырға һәм исем-шәриф тулыһынса яҙылырға тейеш.
Документта ошондай мәғлүмәттәрҙең булыуы шарт:
— ҡасан яҙылыуын күрһәтеү кәрәк. Йыш ҡына шул көндән бурыстың ҡайтарылыу һәм судҡа ғариза бирелеү ваҡытын иҫәпләйҙәр;
— паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтеп, аҡса биреп тороусы (кредитор) тураһында тулы мәғлүмәт;
— паспорт һәм теркәлеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә индереп, бурысҡа алыусы хаҡында мәғлүмәт;
— күпме аҡса бирелеүе;
— ҡайтарылырға тейешле ваҡыты;
— әгәр процентҡа икән, уның ставкаһы.
"Аҡсаны ошо расписканы яҙғанда алдым" тип күрһәтеү мотлаҡ.