Көслөнөкө заманамы, әллә...22.02.2013
Көслөнөкө заманамы, әллә...Бөгөнгө баҙар шарттарында эшҡыуарлыҡтың төрлө юлдары менән шөғөлләнергә теләүселәргә — “йәшел юл”. Һәр кем, үҙе булдыра алырлыҡ шөғөлдө һайлап, шуның менән эш итә. Әммә баҙар иҡтисады тәүәккәл һәм ҡыйыуҙарҙы күберәк үҙ иткәнлеген дә оноторға ярамай. Күптән түгел Әбйәлил районынан Асҡар — Магнитогорск маршруты буйынса еңел автомашиналарҙа район халҡын хеҙмәтләндереүсе бер төркөм эшҡыуарҙарҙан, йәғни такси водителдәренән хат килде. Улар ярҙам һорап яҙған.

Хәл былайыраҡ була

Хатта белдерелеүенсә, улар 1996 йылдан алып Асҡар — Магнитогорск йүнәлешендәге пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән. “Беҙҙең менән бер рәттән “Башавтотранс” автобустары эшләне. Улар менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ. Эшкә һуңлаусылар, ҡайҙалыр ашығыусы пассажирҙар беҙгә ултырҙы, ә ҡалғандары автобус менән йөрөй торғайны. Барыбыҙҙың да бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса һалым органдарынан документтарыбыҙ бар, халыҡты хеҙмәтләндереүгә рөхсәт ҡағыҙы ла алынған. Күптәребеҙҙең төп эшенә әүерелгән шөғөлдөң район өсөн бер сит кеше А.А. Григорян тарафынан юҡҡа сығасағына бөтөнләй риза түгелбеҙ һәм ғәҙеллек талап итәбеҙ. Ни өсөн ул аҫаба халыҡтың икмәген тартып алырға тейеш әле?” — тип яҙылған әрнеүле хатты алғас та, Әбйәлил тарафтарына юлға сыҡтым.
Билдәле булыуынса, ниндәй генә ҡала автовокзалын алма, һәр ерҙә, йәмәғәт автобустарынан башҡа, шәхси “ГАЗель”дәр йәки еңел машиналарҙа пассажирҙарҙы ташыусы эшҡыуарҙар осрай. Сер түгел, күпселек халыҡ тап эшҡыуарҙарҙың транспортын һайлай, сөнки уларҙа юл хаҡы ла арзаныраҡ, хеҙмәтләндереү ҙә “әҙәмсә”. Һәр хәлдә, һыуыҡ автобустарҙа йөрөгән кеүек түгел. Ҡалтыранып, туңып түгел, рәхәтләнеп йылыла ултыраһың. Был йәһәттән Асҡар ауылында ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Етмәһә, Асҡарға күрше Магнитогорск (уларса “город”) яҡын, күпселек халыҡ шунда йөрөп эшләй. Барырға мотлаҡ кәрәк булғас, улар бер һүҙһеҙ әлеге шул таксистарға ултырырға мәжбүр. Шуға күрә көндәлек эш тә, төшөм дә бар ине әлегәсә. Тик ул Григорян килеп, үҙ маршрутын асҡанға ҡәҙәр генә дауам итте.
Уҙған йылдың аҙаҡтарында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе шәхси эшҡыуар А. Григорян Әбйәлил районы хакимиәтенә автобус маршруты асыу буйынса рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Яңы йыл байрамдарынан һуң, 13 ғинуар көнөнән башлап Асҡар — Аэропорт — Красная Башкирия — Магнитогорск йүнәлешендәге автобус халыҡты хеҙмәтләндерә башлай. 40 километр алыҫлығындағы арала йөрөү ни бары 30 (!) һум тәшкил итә. Элекке таксистар пассажирҙарҙан ошо уҡ араға 70 һум алған була. Киләсәктә юл хаҡы ла күтәрелер, әммә әлегә был мөһим түгел. Аңлағанһығыҙҙыр инде: халыҡ арзаныраҡ транспорт төрөн һайлап, хәҙер Григоряндың автобусына ултыра. Әлбиттә, пассажирҙарҙың һайлау мөмкинлеге бар, улар үҙҙәре теләгән траспортҡа өҫтөнлөк бирергә хаҡлы. Ләкин йылдар буйы эшләгән таксистар хәҙер көндәр буйы бер рейсҡа ла сыға алмай, буш ултырырға мәжбүр. Бына шунлыҡтан да улар араһында низағ барлыҡҡа килә, дөрөҫөрәге, барыһының да аҡ күмәс ашарға теләге ҙур. Хәйер, улар ҙа юл хаҡын 50 һумға төшөрөргә мәжбүр булған да, тик ул барыбер әлегә 30 һумдан юғарыраҡ. Сәбәпте таксист халҡы район хакимиәтенең сит кешегә ризалыҡ биреүендә, тендер үткәрмәй тороп, Григорянға шәхси эшен башҡарыуға рөхсәт итеүендә күрә. Хатта улар күмәкләшеп Башҡортостан Республикаһының Монополияға ҡаршы хеҙмәтенә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына хат яҙырға мәжбүр була.

Миҙал ике яҡлы

“Үҙ еребеҙҙә йәшәп тә эшһеҙ, ас тороп ҡалһаҡ, башҡортмон тип нисек әйтергә? Нисек йәшәргә?” — ти хат яҙыусылар. Әлбиттә, уларҙы аңларға мөмкин. Ситтән килгән әрмән кешеһе аҫаба башҡорт ерендә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үҙ эшен асһын да ҡуйһын инде... Ғәрлеге ни тора?! Әммә миҙал ике яҡлы тигәндәй, уның да бындай эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хоҡуғы бар. Үҙ эшеңде асыр өсөн милләтең, ҡайҙа йәшәүең мөһим түгел. Тик ҡанундарҙы боҙма, шөғөлләнгән кәсебеңә тейешле органдарҙан рөхсәт ҡағыҙы ғына ал. Шул сағында һин — баҙар шарттарындағы эшҡыуар. Юрғаныңды аяғыңа ҡарап һуҙып, төрлө юҫыҡта эш тә башлап ебәрһәң... Был осраҡта ла тап шулай килеп сыға. Урындағылар бер-береһе менән кәңәшләшеп, ҡасан үҙ-ара уртаҡ фекергә килгәнсе, күрше өлкә кешеһе үҙ эшен атҡарып та өлгөрә. Аҡыллы уйлағансы, иҫәр эшен бөтөрә тигәндәй, Григоряндың маршруты ябай кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә икән, тимәк, халыҡ уға мохтаж булған. Әйткәндәй, был болғаныштың башы тап Красная Башкирия ҡасабаһында йәшәүсе халыҡтың үҙҙәренә автобус һорап хат яҙыуынан килеп сыға ла, сөнки бында Асҡарҙан килеүсе автобус маршруты юҡ, район үҙәгенә барыу өсөн юлға сығып үткенселәргә ҡул күтәрергә, йә булмаһа такси саҡыртырға тура килә. Такси водителдәре Красная Башкирияға боролоп инеү өсөн айырым хаҡ ҡуя. Ә Григорян әфәнде уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, пассажир булмаған осраҡта ла ауылға инеп, махсус туҡталышта бер аҙ тороп китә. Бындай мөғәмәлә, әлбиттә, халыҡҡа оҡшап ҡала. Улар бер һүҙһеҙ уның автобусын һайлай.

Сәбәптәр ҙә, фекерҙәр ҙә төрлөсә

Әлбиттә, был хәл тураһында урындағы етәкселек бик яҡшы белә. Эшҡыуарҙар район хакимиәтендә бер нисә тапҡыр булып та киткән. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Ни өсөнмө? Сөнки Григорян әфәнде ҡанундарға ярашлы дөп-дөрөҫ эш итә. Эшҡыуарҙың пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн Өфөнән алынған рөхсәт ҡағыҙы бар. Конкуренттан зыян күреүселәр, райондың матбуғат сараларында тендер (конкурс) үткәреү буйынса иғлан булманы, тип ҡаршы сыҡһа ла, төбәк-ара пассажирҙар ташыуҙа ундай ҡарарҙың кәрәге булмай сыға, сөнки Магнитогорск ҡалаһы Башҡортостанға ҡарамай, Силәбе өлкәһенә керә. Әле булһа тәрәндән уйланып бөтөрөлмәгән, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртмай сығарылған ҡанундар арҡаһында йәнә ябай халыҡ ыҙа сигә. Район халҡының аҡсаһы ситкә оса, үҙебеҙҙекеләр эшһеҙ ултыра, ә сит-яттар рәхәтләнә. Был хәлгә һис тә аптырарға ярамай. Әле булһа халҡыбыҙҙың берҙәм булмауы, бер-беребеҙҙе яҡлай алмай, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙмауыбыҙ арҡаһында төрлө проблемаларға тарыйбыҙ ҙа, ахыр сиктә, ярҙам һорап ҡысҡырырға тотонабыҙ. Был сағында эш үткән була. Әлеге осраҡта ла хәл шулайыраҡ түгелме һуң? “Башавтотранс” йәмғиәте тарафынан Асҡар — Магнитогорск маршруты ябылғас, ниңә шул пассажирҙар ташыусы эшҡыуарҙар бергәләшеп, маршрутты кире тергеҙмәҫкә һуң? Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, хатта үҙҙәре “ГАЗель” микроавтобустары булған теләк белдереүсе бер-ике кешегә ҡаршы сыҡҡан. Йәнәһе, был уларҙың бизнесына ҡаршы килә. Әле уларға бер генә юл ҡала: тиҙ арала үҙҙәре араһынан Григорянға конкурент булырлыҡ маршрут асып, халыҡты ҡайтанан йәлеп итеү. Тик уларҙан был аҙымға барыу өсөн берҙәмлек талап ителәсәк.

Рәйсә ЛАТИПОВА, район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары:
— Был хәл буйынса район етәкселеге тарафынан бер нисек тә ярҙам күрһәтеп булмай, сөнки А. Григоряндың маршруты Красная Башкирия халҡының хаты нигеҙендә асылды. Йылғыр эшҡыуар бер юлы ике ҡуянды атҡан кеүек тойолһа ла, халыҡтың ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә икән, ниндәй милләттән булыуы йәки икенсе ҡалала йәшәүе мотлаҡ түгел. Икенсенән, төбәк-ара автобус маршрутын асыуға рөхсәтте район хакимиәте бирә алмай. Асҡар — Магнитогорск йүнәлешендәге маршрут ябылғас та, шул уҡ пассажирҙар ташыусы бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә үҙҙәренә автобус йөрөтөү мәсьәләһен тәҡдим иттек. Хатта теләүселәр ҙә табылғайны, шул уҡ эшҡыуарҙар, уларға ҡаршы сығып, юлдарын борҙо. Ул сағында бындай ҡатмарлы хәл дә килеп сыҡмаҫ ине.

Батыр МӘХИЙӘНОВ,
шәхси эшҡыуар:

— Мин оҙаҡ йылдар пассажирҙар хеҙмәтләндереүсе эшҡыуар булараҡ, был хәл менән һис тә килешмәйем. Күпме кеше берәү арҡаһында эшһеҙ ҡалды, ҡайһыларыбыҙҙың төп шөғөлө — таксист булыу. Башҡортостан Президенты Р. Хәмитов, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтерергә булышлыҡ итеү кәрәк, тип сығыш яһай. Ә урындарҙа хоҡуҡтарыбыҙ яҡланмай, теләктәребеҙҙе ишетмәйҙәр. Район бюджетын ай һайын тулыландырған 20-нән ашыу эшҡыуар, артабан да хәл түбәнгә тәгәрәһә, һалым түләй алмаясаҡ һәм был шөғөлөн ябырға тейеш була. Тимәк, уларҙың ғаиләһе икмәкһеҙ тороп ҡала түгелме һуң?

Мөхәмәт ҒИЛМАНОВ,
шәхси эшҡыуар:

— Был низағ ҙурға барып етмәҫ элек, район хакимиәте ниндәйҙер сара күрергә тейеш, минеңсә. Ни өсөн сит бер әҙәм урындағы халыҡты ҡыҫырыҡлап, уның эшен тартып алырға тейеш? Бөгөн был хәл беҙҙең кәсепте генә түгел, районда сауҙа менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы ла урап үтмәй. Ауылдан килеүселәр, район баҙарында йөрөгәнсе, әйҙә “город”ҡа барып, әйбер алайыҡ тип, 60 һумға Магнитогорск ҡалаһына юллана. Тағы ла халыҡтың аҡсаһы ситкә оса, үҙебеҙҙекеләр ыҙа сигә.

Рәшиҙә ФӘТТӘХОВА,
Асҡар ауылынан:

— Минең өсөн яңы маршруттың асылыуы бик уңайлы. Элек Красная Башкирияға барыу үҙе бер оло михнәт булһа, хәҙер рәхәтләнеп барып етәһең. Шул уҡ такси водителдәре, Красная Башкирияға инеүгә айырым хаҡ ҡуйып, сумманы арттырһа, әле автобуста ундай хәл юҡ. Халыҡ өсөн бик уңайлы, арзан да. Байрам ваҡыттарында йә ял көндәрендә юл йөрөү хаҡын ике тапҡырға күтәрергә лә оялмай торғайнылар, әле бында ундай талап күренмәй. Пассажирҙар үҙ мәнфәғәтенән сығып, транспорт төрөн һайлау хоҡуғына эйә. Минең өсөн 30 һумлыҡ “ГАЗель” автобустары бик таман.


Вернуться назад