Берҙәм йәшәүҙәргә ни етә!21.02.2013
Берҙәм йәшәүҙәргә ни етә!Уҡымышлы кешенең һүҙе тәмле, тиҙәр халыҡта. Күрәһең, был әйтем уңған уҡытыусы Нурзилә Хәсәнова кеүектәр хаҡындалыр. Ул Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, Нурзилә Хисмәтулла ҡыҙы хеҙмәттәштәре, уҡыусылары араһында күптән абруй ҡаҙанып өлгөргән.

З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында һабаҡ алған йәш белгес һәр дәрескә етди әҙерләнә. Бөтәбеҙгә лә билдәле бит инде: әгәр уҡытыусы үҙе бала күңеленә юл тапмаһа, уҡыусыға уның фәне оҡшамаясаҡ. Ә инде һәр кемгә иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө, яғымлы апайҙың дәрестәренә теләп йөрөйҙәр.
— Беҙҙең уҡыусылар әҙәбиәтте ярата, — тип һөйөнә Нурзилә Хәсәнова. — Бына яңыраҡ ҡына район үҙәгендә яҡташыбыҙ, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына арналған конкурс ойошторолдо. Унда беҙҙекеләр, әҙибәнең “Тылсымлы ҡурай” әҫәрен сәхнәләштереп, беренсе урынды яуланы. Бында уҡытыусыларының да тырышлығын билдәләп үтер инем.
Ана шулай, бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләй Хоҙайбирҙин мәктәбе коллективы. Шуғалыр ҙа уҡыусылар йыш ҡына төрлө конкурста һәм олимпиадаларҙа еңеү яулай.


Вернуться назад