Тағы ике йылға...21.02.2013
Депутаттар торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтты

Йәшәгән торлағыңды шәхси милеккә бушлай күсереү мөмкинлеге быйылғы 1 марттан бөтөргә тейеш ине. Уны 2015 йылдың мартына тиклем оҙайтыу тураһындағы закон проектын үткән аҙнала барлыҡ дүрт фракция етәкселәре Дәүләт Думаһы ҡарамағына тәҡдим итте. Документ, бер юлы өс уҡыуҙа ҡаралып, ҡабул ителде.

Унан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең бөтә граждандарына ла торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу хоҡуғын биреү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. “Президент, социаль мөһимлекте иҫәпкә алып, бар ҡатлам граждандар өсөн торлаҡ фондын хосусилаштырыу ваҡытын тағы ла сама менән ике йылға оҙайтыу мәсьәләһен ҡуйырға кәрәклеген билдәләгәйне, — тине дәүләт етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков. — Был торлағын ваҡытында хосусилаштырып өлгөрмәгән граждандарға тағы ла бер ярҙам буласаҡ”.
Түләүһеҙ хосусилаштырыу быйыл 1 мартта тамамлана тип саң ҡаҡҡайнылар. Һөҙөмтәлә күп кенә ҙур ҡалаларҙың теркәү органдарында оҙон-оҙон сират теҙелде. Шуныһын билдәләргә кәрәк: түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡыты беренсе тапҡыр ғына күсерелмәй, ләкин һуңғы көнгә тиклем миллиондарса кеше был эште башҡарып өлгөрмәгән.
“Илдә ошо тиклем халыҡтың әлегәсә торлағын түләүһеҙ хосусилаштырыу хоҡуғын файҙаланмауының төрлө сәбәбе бар. Ҡайһы берәүҙәр хосусилаштырыу процесына бигүк ышанып етмәне, ниндәйҙер әтнәкәһе булыр тип шикләнде. Хосусилаштырылған фатирға күп итеп һалым һалыныр ҙа түләй алмабыҙ, тип хәүефләнделәр. Был процестың нимә икәнен һәм нимәгә кәрәк булыуын аңламаған кешеләр ҙә бар. Бынан арыныу өсөн хосусилаштырыуҙы мөмкин тиклем ябайлаштырырға кәрәк, шулай уҡ халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу мөһим”, — тине Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутат, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин.
“Түләүһеҙ хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу беренсе сиратта халыҡтың социаль яҡланмаған төркөмөн — пенсионерҙарҙы, ветерандарҙы, инвалидтарҙы һәм етем балаларҙы — ҡурсалау сараһына әүереләсәк”, — тип тә билдәләне ул.
Хосусилаштырыуҙы тағы ике йылға оҙайтыу йәмғиәттә социаль көсөргәнеште кәметәсәк, тип иҫәпләйҙәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында.
“Был көсөргәнеш Рәсәй граждандарының күбеһе түләүһеҙ хосусилаштырыуҙы “иртәгәгә” ҡалдырыуы арҡаһында килеп тыуҙы. Ваҡыт ҡыҫа башлағас, теркәү палаталарында һыу буйы сират барлыҡҡа килде, ығы-зығы башланды. Хәҙер инде кешеләр ошо мөһим мәсьәләне хәл итеүгә яуаплыраҡ ҡарар тип ышанабыҙ”, — тине башҡарма комитет етәксеһе Альберт Мифтахов.


Вернуться назад