Ауылдыҡылар һәр саҡ мәхрүм21.02.2013
131-се Федераль закон ауыл биләмәләре башлыҡтарына күп бурыс йөкмәтә. Квартал һайын республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға улар нимә лә булһа ла эшләргә тырыша, әммә күпселек осраҡта барыһы ла килеп сыҡмай. Ни өсөн?
Сөнки беҙҙең илдәге закондарҙың күбеһе төптән уйланылмаған. Закон бар, ә уны тормошҡа ашырырға сығымдар юҡ. Мәҫәлән, бөгөн беребеҙ ҙә янғын хәүефенән азат түгел. Көн һайын утта әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлә, йорт-мөлкәт юҡҡа сыға. Үкенескә ҡаршы, ауылдағы янғын күпселек осраҡта фажиғә менән тамамлана. Әйткәндәй, үрҙәге закон буйынса, ут сығыуҙан һаҡланыуҙың төрлө юлдарын табыу, район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан төбәктәрҙә һүндереү командаларын тергеҙеү зарур. Әммә бындай эштәргә бюджетта аҡса ҡаралмаған. Ни өсөн ҡалала йәшәүселәргә янғын һүндереү машинаһын саҡыртыу бушлай, ә ауылдыҡыларға түләүле? Барыһы ла дәүләткә һалым түләй, әммә ауылдыҡылар ҡайһы бер хоҡуҡтан мәхрүм.
Ауылдарҙа бөгөн янғын һүндереү машиналары бар (иҫке булһа ла), әммә уларҙы тоторға, водитель менән тәьмин итергә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, йылы гаражға, запас частар алыуға аҡса юҡ. Был осраҡта ауыл хакимиәте башлығы ни эшләргә тейеш? Аптыраған етәкселәргә мәсьәләне кварталға бер бүленгән аҡса йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың ярҙамы, ауыл халҡынан йыйылған һалым иҫәбенә хәл итергә тура килә. Күҙгә күренеп торған ғәҙелһеҙлек йылдар буйы дауам итһә лә, ярҙам итеүсе табылмай. Шунлыҡтан райондан саҡыртылған һүндереүселәр килеп еткәнсе, ут үҙенең яуыз эшен башҡарып та өлгөрә. Ауыл халҡының психологияһы ла үҙгәрә. Бынан бер нисә йыл элек “ҡайҙалыр урман яна” тигән һүҙ шунда уҡ тороп сабырға мәжбүр итһә, әле ут һүндерергә кеше йыйып булмай. Ғиллә шунда: ағасҡа бай биләмәләр күптән ситтәр ҡулында. Шуға күрә урманды ҡуртымға алыусыларҙан ут һүндереү машинаһы тотоуҙы талап итергә кәрәк. Эш хаҡы түләп, ауылдарҙа янғынға ҡаршы көрәш командалары булдырыу мәсьәләһен күтәрергә ваҡыт еткәндер.
Бер кемгә лә сер түгел: күп ҡалаларҙа “Ильич лампалары” көндөҙ ҙә гөлтләп тора. Ә ауылдарҙа төндәрен ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. Ни өсөн?
Етәкселектән күптән асыҡлыҡ индереү талап иткән мәсьәләләр йылдар дауамында яйға һалынмай икән, 131-се Федераль законды тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән экономия хәйерсегә ямаулыҡ биргән кеүек килеп сыға түгелме һуң?