Йүнселдәр хаҡында яҙығыҙ!21.02.2013
Эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен һәм хоҡуғын яҡлауға арналған, бизнес-омбудсмендың эшмәкәрлеген төплө яҡтыртҡан мәҡәләләргә ижади конкурс иғлан ителде.
Ул ошо темаларҙы республикабыҙ баҫмаларында киңерәк сағылдырыу маҡсатында үткәрелә. Конкурсҡа 2012 йылдың 1 ноябренән 2013 йылдың 30 апреленә ҡәҙәр баҫылған эштәр ҡабул ителә. Мәҡәләләрҙе быйылғы 3 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 319-сы бүлмә (тел. 280-85-41) адресына "Конкурсҡа" тип билдәләп ебәреү мотлаҡ. Сараның положениеһы менән http://upprb.bashkortostan.ru/ obshchestvennost/contest/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.