Баланың үҙ илендә йәшәргә хаҡы бар21.02.2013
Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова билдәләүенсә, күптән түгел Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған малайҙың рәхимһеҙ мөғәмәлә һөҙөмтәһендә вафат булыуы АҠШ граждандарының беҙҙең балаларҙы тәрбиәгә алыуына бәйле, Рәсәй закондарын камиллаштырыуҙың ваҡытлы булыуын раҫлай.
— “Дима Яковлев законы” баланың йәшәүгә хоҡуғын яҡлауға йүнәлтелгән. Вафат булған Максим Кузьминды ошо закон ҡабул ителерҙән ике ай иртәрәк уллыҡҡа алып өлгөрөүҙәре ҡыҙғаныс, — тине вәкил. — Бындай фажиғәнең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫ өсөн беҙгә, Рәсәйҙең балаларҙы ҡурсалау органдарына, сит илгә уллыҡҡа бирелгән малай һәм ҡыҙҙарҙың тормошон контролдә тотоу мөмкинлеген алыуға өлгәшергә кәрәк.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил фекеренсә, Рәсәй балаларын тыуған илендә тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыуға нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк.
— Һәр бала үҙ илендә йәшәргә һәм тәрбиәләнергә хоҡуҡлы. Беҙ уны сит илгә бирмәү өсөн бөтә шарттарҙы булдырырға тейешбеҙ, — тип билдәләне Милана Скоробогатова. — Бының өсөн социаль етемлекте иҫкәртеү эшен көсәйтергә, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк. Шулай ҙа бала ғаиләгә ҡабул ителгән икән, уны алған ата-әсәгә дәүләт яғынан матди, шулай уҡ әхлаҡи-психологик ярҙам күрһәтелергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов ғинуар аҙағында Техаста Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған Максим Кузьминдың үлтерелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Шул уҡ ғаиләлә уның ағаһы әле лә йәшәй. Әсәйҙәре тәрбиәнән ваҡытлыса ситләтелгән, ләкин уның бала менән күрешеү мөмкинлеге ҡалдырылған.