Ихтыяж өйрәнелә21.02.2013
Беҙҙең республикала ишле ғаиләләрҙе, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгәндәрҙе ер участкаһы менән тәьмин итеү йәһәтенән ыңғай аҙымдар яһала. Тәғәйен төбәктә ҡануниәттең һөҙөмтәле үтәлеше — депутаттарҙың иғтибар үҙәгендә. Республикала күп кенә закондарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү — Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутат, Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваның эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе.
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле беҙҙә түләүһеҙ ер алыуға дәғүә итерлек 36 389 күп балалы ғаилә бар. Сиратта иһә 14 меңдән ашыу ғаилә тора. Программа үтәлә башлағандан бирле ете меңләп ғаилә ерҙе милеккә алған да инде. Ләкин Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Салауат районында ер бүлемдәре бирелмәгән. Ҡайһы бер райондарҙа участка алыуға ғаризаларҙың күбеһе буйынса яуап юҡ. Был икенсе тәғәйенләнештәге ер участкаларын халыҡҡа бирерлек категорияға күсереү һәм ауыл-ҡалалар һыҙатын киңәйтеү, участкаларҙың сиктәрен билдәләү, уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу эшенең дауам итеүе менән аңлатыла.
— Ҡайһы бер ҙур муниципалитеттарҙа мохтаждарға бирерлек участкалар юҡ, шуға ла республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бүтән категорияға күсереү эше бара. Был күп балалы ғаиләләргә түләүһеҙ ер биреүҙе тиҙләтәсәк. Йыл башынан 1 500-ҙән ашыу ғаилә, шул иҫәптән ғәрип балаһы булған 288 граждан түләүһеҙ участка алған, — тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева.
Төбәк кимәлендә хәл итеүҙе талап иткән тағы бер мәсьәлә — бирелгән майҙанды коммуникациялар менән тәьмин итеү. Бөтә ер бүлемдәре лә инженерлыҡ һәм коммуналь инфраструктура менән тәьмин ителергә тейеш. Әлеге ваҡытта, Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса, субъекттарҙа түләүһеҙ милеккә бирелгән ер бүлемдәрен файҙаланыуға анализ үткәрелә. Һөҙөмтәлә ергә ихтыяж өйрәнеләсәк, шулай уҡ төрлө кимәлдәге властарҙың тейешле инфраструктура булдырыу мөмкинлеге баһаланасаҡ.
Сәлиә Мырҙабаева шулай уҡ, Рәсәй Президентының ҡушыуына ярашлы, күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы башҡа варианттар, мәҫәлән, ипотеканы льготалы кредитлау һәм социаль яллау буйынса торлаҡ биреү алымдары менән тулыландырыла ала, тип билдәләне. Быйыл 1 июлгә тиклем ил Хөкүмәте һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдары ошондай алымдарҙы ҡулланыу буйынса норматив базаға үҙгәрештәр индерергә тейеш.