Ниһайәт, өй туйлаясаҡтар21.02.2013
Үткән ике йылда Өфөлә дөйөм майҙаны 60 мең квадрат метр булған “проблемалы” туғыҙ йорт төҙөлөп бөттө, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов.
Әйтәйек, 2012 йылда Блюхер урамындағы “Йәшел яр” торлаҡ комплексында, Әхмәтов урамында һәм Гоголь менән Красин урамдары киҫешкән ерҙә ошондай өс йорт файҙаланыуға тапшырылды. Элек сафҡа индерелгән тағы дүрт йорт буйынса мәсьәлә хәл ителде — уларға кешеләр күсенә башланы.
Бынан тыш, фатирға өмөт итеп алданған 40 ғаиләгә Менделеев урамында муниципаль предприятиелар төҙөгән торлаҡ йорттан фатир бирелде. Дөйөм алғанда, алданған 723 ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
— Объектив сәбәптәр буйынса ун торлаҡ йортто төҙөп бөтөү ваҡыты быйылға күсерелде, — тине Александр Филиппов. — Шул иҫәптән Чернышевский менән Көршәкселәр урамдары киҫешкән урындағы, Большевик, Рычков урамдарындағы, шулай уҡ “Баҡалы”, “Йәшел яр”, “Етенсе күк” биҫтәләрендәге торлаҡ йорттарҙы быйылға ҡалдырылған йорттар иҫәбенә индерергә мөмкин.