Ағас эшкәртеү яйға һалына21.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән “Кроношпан Холдингс Ист Лимитед” компаниялар төркөмө етәксеһе Петер Кайндл республикала ағас-юнысҡы плитә һәм ламинат етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙ уңында тотҡан өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.

— Әле беҙ ерҙәрҙе рәсмиләштереү, документтар әҙерләү өлкәһендә иң ҡатмарлы осорҙо үтәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хеҙмәттәшлек тураһында ҡул ҡуйылған килешеүҙе үтәү юлынан барабыҙ һәм проектты тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙ. Яңы сәнәғәт паркы инфраструктураһын булдырыуға ҙур ғына инвестиция индереү ҡарала.
Петер Кайндл осрашыу йомғаҡтары буйынса былай тип белдерҙе: “Беҙ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөүгә бәйле айырым мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Бөтә кәрәкле эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуы менән ҡәнәғәтбеҙ. Быйыл йәй объекттың үҙен төҙөй башларбыҙ тип торабыҙ”.


Вернуться назад