Һөнәр абруйын заман билдәләйме?21.02.2013
Һөнәр абруйын заман билдәләйме?Журналист һөнәренең ни тиклем үҙенсәлекле, яуаплы, ҡатмарлы икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәй: ул – йәмәғәтселек фекерен таратыусы, халыҡ тауышын яңғыратыусы. Быға өҫтәп, бәлки, бәғзеләр: “Шул бурысты үтәй кеүек”, – тиер. Һәм бәхәсләшергә, ысынлап та, урын бар, сөнки һуңғы йылдарҙа журналистиканың яҙмышы икенсе йүнәлеш алды, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, тармаҡ киҫкен үҙгәрештәр кисерә. Мәғлүмәт киңлегендә минут һайын яңылыҡ. Ошонан сығып, ҡайһы берәүҙәр телевидение менән Интернеттың матбуғатҡа аныҡ хәүеф менән янағанын аңғартырға ярата. Ә әлеге шарттарҙа милли баҫмаларҙы ни көтә? Мәғлүмәти йәһәттән сағыштырғыһыҙ өҫтөнлөк менән файҙаланған конкуренттар араһында төрлө телдә сыҡҡан гәзит-журналдар артабанғы үҫешкә өмөт итә аламы?
22 февралдә Өфөлә Башҡортостандың Журналистар союзы сираттағы съезын үткәрә. Сара алдынан ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап тапмаҡсы булып, редакцияла “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. Әңгәмәселәребеҙ – журналистика ветераны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, танылған публицист Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире Мәхмүт ХУЖИН, “Тамаша” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Лилиә ҠӘЙЕПОВА, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналисы Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

– Хәҙерге журналистиканы совет осорондағы менән сағыштырырға мөмкинме? Әгәр ҙә булһа, ниндәй өҫтөнлөктәрҙе һәм етешһеҙлектәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?
Мәхмүт ХУЖИН:
– Совет журналистикаһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта башҡорт матбуғатын күҙ уңында тотам, сөнки ул совет осоронда барлыҡҡа килгән, сәйәси майҙанға сыҡҡан, үҫешкән, нығынған. Үҙем дә ошо осор балаһы булғанға, шикләнмәйем: дөйөм алғанда, бөгөнгө журналистика менән элеккеһенең әллә ни айырмаһы юҡ – шул уҡ кешеләр, шул уҡ эш тәртибе. Хатта матбуғат өлкәһендә эшләгәндәрҙең психологияһы ла уртаҡ тип әйтер инем. Ғөмүмән, инглиз тарихсыһы Арнольд Тойнби фекеренә таянып, “традициялар, ғәҙәттәр кешене ғүмер буйы оҙатып бара, уларҙан арынып булмай” тиергә мөмкин.
Ниндәйҙер айырма булған сүрәттә лә, ул – социаль тәбиғәттә. Бөгөн матбуғатты власть ҡына түгел, йәмәғәтселек тә һанға һуғып бөтмәй. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдә барған сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр тармаҡ яҙмышында сағылмай ҡалманы: әллә махсус, әллә заман үҙенсәлеге булараҡ, һүҙҙең бәҫе төшөрөлдө. Бөгөн власть журналистың һүҙен иҫәпкә алмай икән, был бик насар: тимәк, йәмәғәтселек фекеренә лә шундай ҡараш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта матбуғатты “дүртенсе власть” тип әйтеү мөмкин түгел. Совет осоронда иһә уға властың да, халыҡтың да ҡарашы иҫ киткес ыңғай булды, журналистың һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса ҡалмайҙар ине. Матбуғат аша йәмәғәтселек фекерен үткәрә алдыҡ, һәм беҙҙең менән иҫәпләштеләр, аныҡ саралар күрҙеләр. Ғөмүмән, ил ҡоролошоноң төрлө осоронда киң мәғлүмәт саралары дәүләт тырышлығы менән барлыҡҡа килгән һәм йәшәгән. Ошо принципты бөгөн инҡар итәләр икән, тимәк, дәүләт үҙ граждандары менән дә иҫәпләшергә теләмәй.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Совет осоронда гәзит-журналдар халыҡҡа яҡыныраҡ була торғайны тигән фекерҙәмен. Кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр баҫмаларҙа даими сағылды, уларҙың ыңғай хәл ителешенә ышаныс ҙур ине. Әле лә журналистар тырыша, көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртҡан, киҫкен мәсьәләләр күтәргән материалдар донъя күреп тора. Әммә… Мәғлүмәти киңлектә, йәмәғәтселеккә барып етмәҫ борон уҡ, журналистарҙың эше ниндәйҙер кимәлдә юғалып ҡала кеүек. Бының төп сәбәптәренең береһе – заман үҙгәрештәре, мәғлүмәт күплеге. Кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндергән саралар күбәйә, иғтибар төрлө яҡҡа сәселә. Тәүге сиратта телевидение, Интернет селтәре ылыҡтыра.
Мине тағы бер мөһим мәсьәлә борсой. Журналист – шул тиклем күп яҡлы һөнәр. Ҡайһы саҡта уға психолог, иҡтисадсы, социолог та булырға тура килә, иң мөһиме – яҙмаһы йәмғиәткә тәьҫир итергә, уны үҙгәртергә тейеш. Был йәһәттән мин элекке осорҙо, жанрҙар төрлөлөгөн һағынам. Гәзит-журналдарҙа төплө аналитика, публицистика, очерк жанрҙары күренмәй тиерлек – ҡыҫҡа һәм аныҡ мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Бәғзеләрҙең Интернет селтәрендәге урыҡ-һурыҡ мәғлүмәтте файҙаланып теге йәки был темаға етди материал яһарға тырышыуы әсендерә. Ә бит гәзит уҡыусы төплө яҙманы “минән үткәнсе – эйәһенә еткәнсе” тип яҙылғандан, әлбиттә, айыра. Ошондай ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтәлелек тураһында һөйләү урынһыҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА:
– Марсель Әҡсән улы менән килешәм: баҫмаларҙа хәҙер мәғлүмәт жанрына өҫтөнлөк бирәләр. Ошо йәһәттән совет осоронда эшләгән йылдарымды һағынам: аналитик мәҡәләләр, тәнҡит материалдары күп баҫыла ине. Бигерәк тә ауыл хужалығына ҡағылышлылары. Әлбиттә, бер генә хужалыҡ етәксеһенең дә мәҡәлә геройы булғыһы килмәгәндер: журналистарҙы хөрмәт итәләр һәм хатта уларҙан бер аҙ шөрләйҙәр ҙә ине. Баҫмаларҙың абруйы ла ифрат юғары булды, был йәһәттән журналистар үҙҙәрен яҡлаулыраҡ тойғандыр тип иҫәпләйем.
Хәҙер иһә бөтөнләй икенсе системала йәшәйбеҙ. Талаптар ҙа шуға ярашлы үҙгәрҙе, элекке ҡиммәттәр юҡ. Ләкин халыҡ ихтыяжы, социаль мәсьәләләр, нисек кенә булмаһын, алғы планда ҡалырға тейеш, минеңсә. Был йәһәттән хәҙерге журналистика аҡһай кеүек. Ысынлап та, ҡыҫҡа мәғлүмәт заманы етте, бер үк хәбәрҙе төрлө сығанаҡтан ишеттерәләр. Хатта ялҡып бөтәһең. Килеп тыуған хәл-ваҡиға менән журналистар урындарға сығып та таныша: техник мөмкинлектәр киң заманда командировкаға барып ҡайтыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әммә журналистың һүҙен юғары даирәләрҙәге власть вәкилдәре ишетәме – быныһы икенсе мәсьәлә.

– Нисек кенә булмаһын, заман үҙгәрештәрен инҡар итеп булмай. Ошо шарттарҙа матбуғаттың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? “Гәзит-журналдарҙың көнө һанаулы, телевидение менән Интернет ҡына ҡаласаҡ” тигән фекер менән килешәһегеҙме?
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Үрҙә телгә алғанымса, журналистиканың элекке ҡанундарҙан ситләшеүе – заман шауҡымы. Редакцияларҙың эше коммерция эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле була бара. Мине был хәсрәтле уйҙарға сумдыра.
Сит ил баҫмалары нисек эшләй? Мәғлүм булыуынса, унда “подписка” тигән төшөнсә юҡ, гәзит-журналдар бер идеологияға табыныуҙан азат. Һәр баҫманың үҙ хужаһы, йүнәлеше, стиле, уҡыусылары бар, гәзит-журналдар – ирекле һатыуҙа. Йөкмәткенең байлығы, уҡымлылыҡ журналистарҙың сослоғона, әүҙемлегенә һәм оҫталығына бәйле. Барлыҡ баҫмалар “сәләмәт көнәркәшлек” шарттарында эшләй. Был тәжрибәне, теләһәк тә, теләмәһәк тә, беҙгә киләсәктә өйрәнергә тура киләсәк.
Совет осоронда беҙҙең баҫмалар ҙа хәсрәтһеҙ йәшәне: журналист гәзиткә яҙҙырыу, тираж мәсьәләһе менән баш ватманы. Табыш эҙләп, ҡушылған материалдарҙы яҙыу менән мауыҡманы. Ә хәҙер, гәзиттең йәшәйешенә лайыҡлы өлөш индерәм тиһәң, редакция иҫәбенә аҡса йәлеп итеү, файҙа килтергән мәҡәләләрҙе яҙыу зарур. Мин әлеге ваҡытта журналистикала хөкөм һөргән һәлкәүлектең, рухһыҙлыҡтың, тарҡаулыҡтың төп сәбәптәрен ҡәләм оҫталарында булған дәрт-дарманды ижадтан йыраҡ торған ғәмәлдәргә сарыф итеүҙә лә күрәм.
Баҫмаларҙың киләсәген иһә телевидение менән Интернеттың әүҙемлеге генә түгел, ә дәүләттең гәзит-журналдар яҙмышына мөнәсәбәте, журналистика ҡиммәттәренең баһаланыуы-баһаланмауы ла билдәләй.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН:
– Матбуғаттың киләсәге йәмғиәттең мәҙәни кимәленә бәйле. Журналист юғары һөнәри оҫталыҡ менән ижад иткән, көнүҙәк мәсьәләгә арналған яҙмаға ихтыяж бармы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә милли мөхиттә тынлыҡ күҙәтелә – халыҡ, минеңсә, күп осраҡта битараф, үҙенең милли матбуғатын яҡларға әҙер түгел. Был туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙың яҙмышында асыҡ сағыла.
Совет заманындағы ҙур тираждарға килгәндә, “административ ресурс” һөҙөмтәле эшләне. Хәтеремдә, тракторсы булып эшләгән атайым “Сельская жизнь”, “Сельский механизатор” баҫмаларын даими алдыра ине. Бик теләгәндән түгел: колхозда унан һорап та тормайынса эш хаҡы иҫәбенә яҙҙырҙылар. Хәҙер бындай мөмкинлектәр юҡ, матбуғатты уҡыу-уҡымау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Әллә әҙерҙе көтөп өйрәнгән халыҡ үҙаңы барлығын күрһәтергә ашыҡмаймы?
Интернет менән телевидениеға килгәндә, заман күренештәрен инҡар итеп булмай, әммә һәр тармаҡтың үҙ аудиторияһы булырға тейеш.
Лилиә ҠӘЙЕПОВА:
– Интернет матбуғатҡа ҡамасау ғына, ул гәзит-журналға яҙылыусыларҙы “юлдан яҙҙыра” тигән фекерҙе ишеткәнем бар. Әммә, минең уйымса, матбуғаттың абруйы һәр ваҡыт юғары булып ҡаласаҡ, сөнки гәзит-журналды, китапты ҡулға тотоп уҡыу менән компьютер экранына текәлеп ултырыу – икеһе ике ғәмәл. Унан тыш, баҫмаларҙа ғына яҡтыртыла торған темалар бар. Бигерәк тә милли журналистикала.
Интернетты гел генә “кеҫәгә һалып” йөрөтөп булмай, был йәһәттән дә китап һәм гәзит уңайлы. Унан тыш, селтәрҙәге мәғлүмәткә шикләнеп ҡарау фарыз: унда бер үк ваҡиға буйынса ун төрлө тарих уҡырға мөмкин. Ошо йәһәттән абруйлы, бай тарихлы баҫмаларыбыҙ ышаныслы – тикшерелмәгән, хәҡиҡәткә тап килмәгән материал донъя күрмәй.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА:
– Ә мин был фекер менән бөтөнләй килешмәйем. Интернетты улай баһалау заманды инҡар итеүгә тиң. Был мөмкинлек – ҡаҙанышыбыҙ, кешеләргә иҫ киткес мәғлүмәти мөмкинлектәр бирә ул. Әйткәндәй, мин гәзиттәрҙе Интернеттағы сайттарынан уҡыйым.
Шул уҡ ваҡытта гәзит-журналдар бөтөр тип уйламайым. Ҡағыҙҙың үҙ тәьҫир көсө бар. Унан һуң тарих хронологияһын, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн дә ташҡа баҫылған материалдарҙың булыуы фарыз.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт төрлөлөгөн ҡабул итеү, һайлап алыу өсөн интеллектуаль әҙерлек кәрәк.
Мәхмүт ХУЖИН:
– Интернет – мәғлүмәт сығанағы, тиҙлек талап ителгән урын. Минеңсә, ул уйланып, хис-тойғолар кисереп, анализ яһай торған сығанаҡ түгел. Шуға күрә төплө фекерле яҙмаларҙы баҫманан уҡыу отошлораҡ. Ә кемгәлер Интернетты ҡулланыу оҡшай икән, файҙаланһын. Шулай ҙа балаларҙың киләсәген уйлаған ата-әсә Интернет һәм телевидение мөмкинлектәрен сикләргә бурыслы. Нисек кенә булмаһын, был сығанаҡтарҙың йәмғиәткә кире йоғонтоһо күберәк.

– Милли матбуғат яҙмышы хаҡында фекерҙәрегеҙҙе ишетке килә. Һеҙҙеңсә, ул дәүләт ҡарамағында булырға тейешме (дотация иҫәбенә көн күреү) йә иһә үҙаллы йәшәүе дөрөҫөрәкме (реклама иҫәбенә аҡса эшләү)?
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА:
– Башҡортостан Республикаһы – тыуған еребеҙ, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ойошторолған дәүләт. Башҡорттоң бүтән иле юҡ. Республиканың мөҡәддәс бурыстарының береһе – милли матбуғатты һаҡлау. Баҫмаларыбыҙҙың яҙмышы – тулыһынса дәүләт яуаплылығында. Ә инде редакция реклама ярҙамында аҡса эшләй ала икән, мөмкинлек сикләнмәгән. Тик баҫманың көнитмешен реклама күләменә генә ҡайтарып ҡалдырыу, минеңсә, ярамай. Башҡорт теле дәүләт теле булып та, ҡыҫырыҡлау кисергән осорҙа бигерәк тә. Башҡортостандың милли матбуғаты, һис шикһеҙ, йәшәргә, журналистар иһә фиҙакәр хеҙмәте менән уны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Мәхмүт ХУЖИН:
– Рәсәй Конституцияһында беҙҙең дәүләт ҡоролошо “федератив”, “демократик”, “хоҡуҡи” тигән төшөнсәләр менән билдәләнгән. Уның “федератив” тигән өлөшө беҙҙең республикаға тәүге нәүбәттә ҡағыла, сөнки Башҡортостанды ойоштороусы – уның халҡы. Әммә ниндәйҙер ялған төшөнсәләр арҡаһында халҡыбыҙҙың тыуған бишеге тап Башҡортостанда булыуын, һәр ҡайһыбыҙҙың яҙмышы ошо ергә бәйле икәнен онотабыҙ. Башҡорттар Рәсәй тарихындағы барлыҡ мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан: француздарҙы ҡырған, төрөктәр, немецтар менән алышҡан… Әлбиттә, бының менән маҡтанабыҙ, ғорурланабыҙ, әммә, дөйөм Рәсәй мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйып, беҙҙе колонизациялауҙы көсәйтәбеҙ генә түгелме? Уйлап ҡарағыҙ: өйҙә сит кешеләр күбәйеп китһә, хужаға урын ҡаламы? Әгәр ҙә үҙебеҙҙе Башҡортостан Республикаһын ойоштороусы милләт итеп күрһәтә алмайбыҙ икән, әлбиттә, милли матбуғат та булмаясаҡ. Тимәк, үҙебеҙҙең конституцион хоҡуҡты файҙалана белмәйбеҙ. Ә “хөкүмәт ярҙамы” тигән һүҙ, минеңсә, дөрөҫ түгел. Ни эшләп “ярҙам” булһын ти ул? Беҙҙә уны чиновниктың ихтыяры менән бутайҙар. Ғәмәлдә, дәүләт ярҙамы – ҡаҙна сығымы, ә ҡаҙна — һалым түләүселәрҙең иҫәбенә тупланған аҡса! Чиновник сығымдарҙы бүлеүҙә аралашсы бурысын ғына үтәй.
Ил сәйәсәтен үткәргән, дәүләт мәнфәғәтен яҡлаған баҫмаларҙың яҙмышы, әлбиттә, дәүләт ҡарамағында булырға тейеш. “Матбуғат үҙ яҙмышын үҙе хәстәрләргә бурыслы” тигән фекер хоҡуҡи йәһәттән, ғөмүмән, ғәҙел түгел. Шул уҡ “Башҡортостан” гәзитен, мәҫәлән, коллектив йә иһә йәмәғәтселек ойоштормаған бит. Баштан уҡ баҫманың яҙмышы дәүләт ҡулында булған һәм әле лә власть органдары уны һаҡлау, һәм яҡлау йәһәтенән саралар күрергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы етәкләп йөрөтөү, аҡыл өйрәтеү йәки нимәнелер тыйыу тигәнде аңлатмай.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Ни өсөн журналистар коммерсантҡа әүерелергә мәжбүр? Ни өсөн рухи сығанаҡтың, баҫманың яҙмышы бөгөн тик аҡсаға ҡайтып ҡала? Ошо һорауҙарға яуап табырға тырышам һәм хәсрәтле һығымталарға киләм. Сит ил матбуғатының ниндәй шарттарҙа эшләүе менән яҡынданыраҡ танышһаҡ, баҙар шарттарының гәзит-журналдарҙы, радио һәм телевидениены үҙ ҡанундарына буйһондороуына инаныу ҡыйын түгел. Исемдәре донъяға танылған “Гардиан”, “Фигаро”, “Шпигель”, “Таймс” һәм башҡа баҫмалар дәғүәселек көрәшенең төрлө дәүерен кисергән, күп осраҡта журналистарҙың һөнәри оҫталығы һәм сослоғо арҡаһында иң ауыр хәлдәрҙән дә имен сыға алған. Уларҙың абруйы юғары, матди хәле лә шәп. Ғөмүмән, журналистика – мәғлүмәт таратыу өлкәһендәге туҡтауһыҙ көрәш. Беҙ иһә быға әҙер түгел инек. Совет осороноң сәйәси системаһы ҡыйыу журналистиканы дәртләндереүгә ишара яһаһа ла, беҙҙә көрәшселәр рухын юйҙы. Беҙ әҙер идея, әҙер күрһәтмәләр менән йәшәнек һәм хатта гәзит сығарыу хәстәрлегенең редакция иңендә икәнлеген дә оноттоҡ. Ошо инертлыҡ беҙҙе ҡаҡшатты. Журналист үҙенең хужаһыҙ ҡалған хеҙмәткәр, “колхозһыҙ ҡалған крәҫтиән” икәнлегенә төшөнгәнсе байтаҡ ғүмер үтте. Хәйер, ғәмәли хәлебеҙҙе әле булһа ла аңлап бөтмәйбеҙ шикелле.

– Ҡыҫҡаһы, һөйләшеү бөгөнгө матбуғат баҫмалары өсөн уртаҡ булған финанслау мәсьәләһенә, “подписка” кампанияһына килеп терәлә… Һис шикһеҙ, был заман үҙенсәлеге журналистың һөнәри эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрендә сағылмай ҡалмай.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Гәзит-журналдарҙың уҡыусы өсөн көрәше йылдан-йыл киҫкенерәк була бара. Яңы алымдар, атап әйткәндә, сайт булдырыу ҙа был проблеманы кәметмәй. Минеңсә, уҡыусы өсөн көрәштә беҙ хата юлды һайланыҡ: халыҡты конкурстар, ташламалар, бүләктәр менән боҙҙоҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, меҫкен хәлдәбеҙ: бүләк бирәбеҙ, “яҙылығыҙ, зинһар”… Әммә уҡыусыны матди йәһәттән дәртләндереү өсөн редакцияның наҡыҫ мөмкинлектәре, бағыусылар ярҙамы бер ваҡытта ла етмәйәсәк. Әйткәндәй, ундай тәртип бер ҡайҙа ла юҡ.
Икенсенән, баҙар шарттарында (дәғүәселек мөхитендә) гәзиткә яҙҙырыу формаһы иҫкергән, заман шарттарына яраҡһыҙ икәнлеген күрһәтә. Яҙылыу – совет осоронан ҡалған төшөнсә. Шул уҡ ваҡытта баҫмаларҙы сауҙа урындары аша ирекле таратыу ысулы бөтөнләй үҫешмәгән тиерлек. Уҡыусы ла был форматҡа күнекмәгән. Ә матбуғат таратыу мәсьәләһен туранан-тура хәл итергә тейешле ойошмалар бөтөнләй икенсе эштәр менән мәшғүл. “Өфө-матбуғат” киосктары көнкүреш тауарҙары менән тулған, почта бүлексәләре он, ярма һата…
Лилиә ҠӘЙЕПОВА:
– Төркиәлә булырға тура килгәйне. Ысынлап та, унда баҫмаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ һәм уларҙы урамдағы тиҫтәләгән-йөҙләгән махсус киосктан һатып алып була. Кешеләр ҙә быға күнеккән: иртән эшкә барышлай һәр кем үҙенә оҡшаған гәзит-журналды юл ыңғайы һатып ала. Әммә бының өсөн кешеләрҙе мауыҡтырырлыҡ, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы баҫма нәшер итеү фарыз. Беҙ иһә сит ил тәжрибәһен өйрәнергә теләмәйбеҙ.
Мәхмүт ХУЖИН:
– Ғөмүмән, бөгөнгө баҫмаларҙың статусы яңы иҡтисади шарттарға, ысынбарлыҡҡа тап килмәй: элекке замандан ҡалған тәртип менән эшләйбеҙ-йәшәйбеҙ, ә заман икенсе талаптар ҡуя. Форма менән йөкмәтке тап килмәй, тимәк, һөҙөмтә лә юҡ. Был осраҡта, бәлки, баҫмаларҙың ойошторолоу формаһын ҡайтанан ҡарау урынлылыр. Гәзит-журналдарҙың ҡаҙнаға ғына ҡарап тороуы – ҡыҙғаныс хәл.

– Матбуғат яҙмышы туранан-тура дәүләт хәстәрлегенә, финанс йәһәтенән тотороҡлолоҡҡа бәйле икәнлеген асыҡланыҡ, әммә һөнәри оҫталыҡтан, фекерләү ҡеүәтенән тыш уҡымлы гәзит йәки журнал нәшер итеп булмай бит әле… Журналистар союзы съезы алдынан был хаҡта ла бер кәлимә һүҙ ишетке килә.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ:
– Башҡортостандың Журналистар союзында меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Ҙур ойошма. Ләкин был факт ҡына ғорурлыҡ була аламы? Матбуғат баҫмаларына анализ яһаһаҡ, йәш журналистарҙың һөнәри оҫталығы ифрат түбән икәнлеге күренә. Мәҫәлән, гәзиттәрҙәге жанр ярлылығы – тап шунан. Журналистика бүлеге студенттары абруйлы баҫмаларҙа практика үтмәй, район гәзите хәбәрселәре республика редакцияларына тәжрибә уртаҡлашырға килмәй… Ә элек бындай алымдар йыш ҡулланылды. Ижади коллектив менән эшләү төрлө конкурстар, шау-шыулы байрамдар уҙғарыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын ине. Оҫталыҡ кластары, тәжрибә уртаҡлашыу майҙандары, өлкән быуын журналистарының студенттар менән осрашыуын ойоштороу, һис шикһеҙ, файҙаға ғына буласаҡ. Оҫталыҡ факторҙары төрлө, һәм улар тир түкмәйенсә эшләмәйенсә үҙенән-үҙе хасил булмай.
Жанрҙар тигәндән, мине публицистикаға килеүселәрҙең аҙ булыуы борсой. Был йүнәлеш, әлбиттә, тәжрибә, зиһен, мәғлүмәтлелек, баһалай белеү кеүек сифаттар талап итә. Беҙҙең быуынға Мостай Кәримдең гүзәл публицистикаһы, урыҫ журналистикаһы өлгө булды. Хәҙер иһә йәштәр замандың хәл-ваҡиғаларына битараф, улар проблеманы күрмәмешкә һалышып, “барыһы ла үтер ҙә китер” тигән ҡарашта йәшәй шикелле. Һәр хәлдә башҡорт журналистикаһында Рәүеф Насиров, Ризван Хажиев, Сәлимйән Бәҙретдинов, Мәхмүт Хужин кеүек һүҙ оҫталарына алмаш килгәнлеген әлегә күрмәйем.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА:
– Журналист яуаплы вазифа биләгән хеҙмәткәр түгел, шулай ҙа ваҡытында һәм урынында әйтелгән һүҙ менән теләһә ҡайһы проблемаға ҡарата йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә ала. Был йәһәттән уға ҡайһы саҡта вазифалыларҙан да грамоталыраҡ, белемлерәк булырға тура килә. Шуныһы үкенесле: махсус белем алып та, “журналист” исемен бушҡа күтәреп йөрөгәндәр бар. Бәғзеләр иһә күңел ихтыяжы, гражданлыҡ позицияһы менән халыҡ араһында танылған журналист булып китә.
Ғөмүмән, белемлелек, мәғлүмәтлелек тигән төшөнсәләр мотлаҡ, әммә теләгәнде уҡыусыға аңлайышлы, аныҡ, ҡыҙыҡлы итеп еткерә белергә лә кәрәк.
Мәхмүт ХУЖИН:
– Заман башҡа – заң башҡа. Бәлки, ҡайһы бер жанрҙарҙың матбуғат биттәренән юғалыуы ихтыяж юҡлығынан киләлер? Мәғлүмәти тиҙлек йылдан-йыл үҫә барған осорҙа, бәлки, очерк, публицистика кеүек ҡатмарлы, төплө жанрҙар урынһыҙҙыр? Үҙемде йәштәр рәтенә ҡуйып ҡарайым. Әгәр бөгөн мәктәп тамамлаһам, моғайын, журналист һөнәрен һайламаҫ инем: абруйы түбән. Икенсенән, эш хаҡы мәсьәләһе. Бөгөнгө кимәл менән тармаҡҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу мөмкинме? Шикләнәм. Йәштәргә, нигеҙҙә, тиҙ һәм күп аҡса килтергән, баш ватыуҙы талап итмәгән эш кәрәк. Дөйөм алғанда, тармаҡ проблемалары дәүләттең беҙгә ҡарата булған мөнәсәбәтенән дә килә, минеңсә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН:
– Журналист һөнәренең абруйы кәмене тигән фекер менән килешәм. Бының сәбәптәре төрлөсә. Мәҫәлән, ҡәләм оҫтаһы берәй проблеманы күтәреп сыҡһа, халыҡ һөҙөмтә көтә: ташҡа баҫылды, мәсьәлә хәл ителерме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта йәмғиәттәге проблемалар үҙгәрешһеҙ ҡала, халыҡ, үҙ сиратында, гәзит-журналдарҙан төңөлә. Яҙыуҙан ни файҙа? Ләкин матбуғат баҫмаһы прокурор ҙа, хөкөм сығарыу органы ла түгел: уның бурысы – проблеманы халыҡҡа еткереү, йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү. Элек мәсьәләнең хәл ителеше туранан-тура партия абруйына бәйле булһа, хәҙер заманы башҡа – ирекле йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Алдынғы илдәрҙә матбуғаттағы сығыштан һуң хәл власть органдары әмеренә түгел, ә йәмәғәтселек фекеренә бәйле үҙгәрә.
Ғөмүмән, тираж, гәзиткә яҙылыу, һөнәри оҫталыҡ мәсьәләләре бер-береһенә тығыҙ бәйле. Тираж журналистың эш хаҡы кимәлен билдәләй, был, үҙ сиратында, уның һөнәри камиллыҡҡа ынтылышын, ҡыҙыҡһыныу күләмен формалаштыра.

Әйткән онотола, яҙған ҡала...

Францияның Монпелье ҡалаһында “Ля газетт” баҫмаһы донъя күрә башлағас, уны ойоштороусылар “уҡыусылар өсөн көтөлмәгән яңылыҡтар буласаҡ” тип вәғәҙәләгән. Һүҙҙәрендә торғандар – гәзиттең тәүге һаны ике метр киңлектә баҫылған.
* * *
Парижда иһә “Тоҙ һәм борос” исемле баҫма ойошторғандар. Ул ике генә биттән торған, һыу үткәрмәй торған махсус ҡағыҙға баҫылған. Аҙна һайын сыҡҡан гәзит, йәнәһе, ашаған саҡта уҡырға яратҡандар өсөн тәғәйенләнгән. Баҫмала донъяның әһәмиәтле яңылыҡтары, көләмәстәр донъя күргән.
* * *
АҠШ-та иһә сәғәт һайын сығыусы “Иң һуңғы яңылыҡтар” гәзитен ойошторғандар. Уның тәүге уҡыусылары Вашингтон менән Нью-Йорк араһында сәғәт һайын тауар артынан осоусы “Пан-Амэрикен” авиакомпанияһы пассажирҙары булған.
* * *
“Нью-Йорк таймс” – ҡалынлығы, реклама күләме, журналистикаға ҡағылышлы наградалар һаны буйынса рекорд ҡуйған гәзит. Унан тыш, баҫмала хеҙмәттәштәре араһында иң оҙон мыйыҡ менән маҡтана алған Джордж Мерие эшләгән – ирҙең “ғорурлығы” 66,5 сантиметрға еткән.
* * *
АҠШ-тың Флорида штатындағы Сарасота ҡалаһында журналист Билл Койленд 20 йыл дауамында метеоролог мәғлүмәттәрен шиғри юлдарға һалып баҫтырған.
* * *
Лондондағы аукционда “Бостон глоба” гәзитенең 1912 йылдың 12 апрелендә сыҡҡан һаны 304 долларға һатылған. Сәбәбе ябай: тап ошо һанда данлыҡлы “Титаник”тың һәләкәте тураһында мәғлүмәт баҫылған булған.
* * *
Ҡағыҙ етмәү сәбәпле, “Известия” гәзитенең 1921 йылдағы 17 май һаны туҡыма киҫәгенә баҫылған. Шунда уҡ мөрәжәғәт урынлаштырғандар: “Гәзиттәрҙе һаҡлағыҙ, улар беҙҙә аҙ! Уҡығас, башҡаларға бирегеҙ!”
* * *
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит Германияла 1798 йылда донъя күргән. Ул “Фрауэнциммер цайтунг” тип аталған.
* * *
“Гәзитте ҡыҙыҡлы итәм тиһәң, уны буйһондорорға ярамай”, – тигән һүҙҙәр Пруссия короле Фридрих II ауыҙынан сыҡҡан, тиҙәр. Әммә тап ул хакимлыҡ иткәндә редакцияларҙа тәүге цензорҙар барлыҡҡа килгән.


Вернуться назад