"Йондоҙҙар" менән осрашыу21.02.2013
"Йондоҙҙар" менән осрашыуШатлыҡ тулы күҙҙәр, йылмайыуҙан тыйыла алмаған йөҙҙәр... Нимәгә ҡыуана һуң был сабыйҙар шул тиклем? Шатланмаїлыҡ та түгел шул: уларға – балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә – ҡунаҡҡа йәш "йондоҙҙар" үҙҙәре килгән бит! Йыр-моңға бай концерт ойоштороп ҡына ҡалмаған, бихисап бүләк тапшырған, шулай уҡ эс серҙәре менән дә бүлешкән бит әле улар!

Эйе, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе яҙмыш аямаған, сабый ғына булыуҙарына ҡарамаїтан, уларға был тормоштоң ауыр һынауҙары аша үтергә тура килгән. Үкенескә, йыш ҡына күптәребеҙ ошоно онотоп китә шул. Ләкин етемдәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡандар, уларҙы хәстәрләгәндәр ҙә бихисап. Ошондай кешеләр араһында йәш быуын вәкилдәренең булыуы бигерәк тә шатлыҡлы.
Күптән түгел эстрадабыҙҙың өмөтлө "йондоҙ"ҙары Илгиз Абдрахманов менән Тимур Вәлитов та республикабыҙҙың бер нисә балалар йортонда булып, тәрбиәләнеүселәр менән яҡындан аралашып, уларға йыр-моң бүләк итеп ҡайтты. Тәүге тапҡыр ғына түгел, йәштәр быға тиклем дә ошондай саралар ойоштороп килде. Шуға ла яҙмыш ата-әсәнән мәхрүм иткән байтаҡ баланың серҙәш дуїына әйләнеп бөткән улар күптән. Әйткәндәй, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге рәйесе Айнур Арыїланов та балалар менән осрашыуҙарҙа һәр ваҡыт теләп ҡатнаша, уларға әҙәп, әхлаҡ, иман тураһында һөйләй, дин"Йондоҙҙар" менән осрашыу серҙәренә төшөндөрә икән.
Баймаҡ районының Түбә ауылындағы балалар йортонда икенсе тапҡыр булып киткән улар. Бында ике тиїтәнән ашыу сабый тәрбиәләнә. Бүләктәр, күстәнәстәр алыуҙа Темәс ауылы эшҡыуары Радмир Ирназаров ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ Әбйәлил районының Рауил ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашҡандар. Әйткәндәй, был йортта ҡырҡҡа яҡын сабый тәрбиәләнә. Әбйәлилдә лә йәштәрҙең башланғысын хуплаған, етемдәргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе изге күңелле кешеләр табылған: йәш "йондоҙҙар" балалар өсөн күстәнәс һәм бүләктәр алырға ярҙам иткән эшҡыуар Дамир Аллаяровҡа рәхмәтле. Ул балаларҙы бушлай тамаша ҡылырға үҙенең быйыл ғына ишектәрен асҡан 3D кинотеатрына ла саҡырып ҡалған.
Яңыраҡ йәштәр Сибай ҡалаһының балалар һәм үїмерҙәр өсөн социаль приютында ла ошондай сара ойошторған. Сабыйҙар йыр-моңға һөйөнгән, йәш "йондоҙҙар" ҡулынан төрлө бүләк алып ҡыуанған. Изге йөрәкле бағыусылар бында ла ярҙамһыҙ ҡалдырмаған – баҡһаң, был балаларҙы эшҡыуар Вилүр Хәлфетдинов күптән үҙ ҡанаты аїтына алған икән. Хәләл көс менән эшләп тапҡан аҡсаһын ошондай изге маҡсатҡа йүнәлткәндәргә йәштәрҙең рәхмәте сикһеҙ. "Бындай ағайҙарыбыҙ арабыҙҙа күберәк булһа ине", – ти шуға ла Илгиз Абдрахманов.
– Республикабыҙҙа үгәй, сит-ят балалар юҡ, беҙҙең өсөн уларҙың һәр береһе ҡәҙерле һәм яҡын. Әлбиттә, атай-әсәйҙәре янында үїһәләр, яҡшыраҡ булыр ине лә бит. Был сабыйҙарҙың көнитмеше, киләсәге менән даими ҡыҙыҡһынып торорға, кәрәк саҡта кәңәш бирергә, уларға ысын шәхес булып үїергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Шуға ла осрашыуҙарҙа, йыр-моңдан тыш, дин, әҙәп-әхлаҡ тураһында аңлатабыҙ, ауыр саҡтарҙа ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәїкә өндәйбеҙ, – тип һөйләне Илгиз менән Тимур.
Йырсы егеттәрҙең яҡын киләсәккә йәнә бер маҡсаты – баш ҡалабыҙҙағы мәҙәниәт һарайҙарының береһендә республиканың бөтөн балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен йыйып, улар өсөн ҙур концерт ойоштороу. Әлбиттә, бындай ғәйәт ҙур эште башҡарып сығырға үҙҙәренең генә хәле етмәйәсәк, битараф булмағандарҙың ярҙам ҡулы һуҙырына өмөтләнә улар.


Вернуться назад