Ғәрәпсә китаптар уҡый21.02.2013
Ғәрәпсә китаптар уҡыйӨләсәйем Дағиә Хафиз ҡыҙы Ғиззәтуллина – Герой әсә, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул 1929 йылда Бөрйән районының Аїҡар ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Атаһы Хафиз Әһлиулла улы һуғышта хәбәрһеҙ юғала, шуға күрә, иң оло бала булараҡ, тормоштоң бөтә ауырлығын бик иртә татый башлай ул.

Зифа буйлы, һомғол кәүҙәле, аҡыллы, етди ҡарашлы булғанғамылыр, йәштәштәренән күпкә олораҡ күренә, шуға ла өләсәйемде Янһары, Бикташ, Аралбай ауылдарына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Шул осорҙа Баймаҡ районындағы Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Бер ауылдан өс ҡыҙ китәләр. Тик уҡыу йортон тамамларға насип булмай: ҡышҡы кейемдәрен алырға тип 110 километр алыїлыҡтағы Темәстән йәйәү ҡайталар, ә кире барырға булғас, иптәш ҡыҙҙары уҡыуҙы дауам итә алмаїын әйтә. Шул араны яңғыҙ йәйәү үтергә ҡурҡып, өләсәйем дә китмәй ҡала.
1948 йылда Дағиә Хафиз ҡыҙы Аїҡар ауылы егете, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәхмәт Ғибат улы Ғиззәтуллинды осрата. Олатайым менән 58 йыл бергә татыу ғүмер итте улар.
Үҙе училищены тамамлай алмағанға күрә, балаларының уҡыуын беренсе урынға ҡуя: мәктәп йылдарында һәр ваҡыт дәрестәренә йөрөй, уҡытыусылар менән аралаша, ата-әсәләр комитеты етәксеһе бурысын ихлас башҡара, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе була. Тырышлығы бушҡа китмәй: һигеҙ балаһы ла юғары уҡыу йортон тамамлай. Альмира инәйем – ауыл хужалығы фәндәре докторы, Фәйрүзә инәйем – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рифҡәт бабайым яңыраҡ Өфөләге Ислам институтын тамамлап, икенсе дипломын алып ҡайтты. Башҡалары ла тормошта үҙ урынын табып, төрлөһө төрлө яҡта тырышып донъя көтә, балалар үїтерә. Өләсәйемдең 21 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәре бар. Үкенескә ҡаршы, олатайым ете йыл беҙҙең арала юҡ инде. Өләсәйем үҙендә был ауыр ҡайғыларға бөгөлөп төшмәїлек көс тапты.
Һигеҙ балаһы һигеҙ яҡҡа сығып киткәс, тынғыһыҙ, эшһөйәр өләсәйем “Ағиҙел” журналында ғәрәп телен өйрәтеүҙәре тураһында белеп ҡала. Оло йәштә булыуына ҡарамаїтан, журналдың һәр һанын көтөп алып, үҙаллы сит телде үҙләштерә башлай һәм маҡсатына өлгәшә. Бөгөн ул ғәрәпсә яҙылған китаптарҙы еңел уҡый. Ҡәҙерлебеҙҙең ихтыяр көсөнә һоҡланмаїлыҡ түгел!
Ул ҡул эштәренә лә оїта. Балаларына бәлтәһенә тиклем үҙе тегеп кейҙергән. Тирүгә, балаї һуҡҡан, ойоҡбаш, бейәләй, шәл бәйләгән. Өләсәйемдең ҡул йылыһы тейгән бындай әйберҙәре һәр балаһында бар. Ул мине лә ойоҡбаш бәйләргә өйрәтте, ошондай һөнәрем булғанға ҡыуанам.
Өләсәй, беҙҙе киноларҙағы кеүек әкиәт һөйләп, бишек йырын йырлап йоҡлатмаһа ла, киләсәгебеҙ мул, матур булһын өсөн тырыша. Балаларыңа ошолай терәк, кәрәк булып, иїәнлектә, именлектә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет!


Вернуться назад