Кәмселектәр күрһәтелде20.02.2013
Кәмселектәр күрһәтелдеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 26 февралдән 3 мартҡа тиклем VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары үтәсәк спорт объекттарында булды.

“Олимпик-парк” спорт комплексында республика етәксеһе тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр мәктәбен ҡараны. Яңы бина ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән. Унда күнегеү залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүлмәләр, душ, медпункт, сисенеп кейенеү урындары бар.
Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы ҡорамалдарын һаҡлау бүлмәһендә лә булды. Бында Австрияның махсус ҡорамалдарында спортсылар саңғыларын һәм Кәмселектәр күрһәтелдесноубордтарын уҙышҡа әҙерләйәсәк. Ярышта ҡатнашыусы, һауа шарттарына ҡарап, үҙенә кәрәкле протекторҙы һайлап ала ала.
Президент спорт йыһазындағы ҡайһы бер кәмселектәргә күрһәтте һәм төҙөүселәргә ярыш башланғансы уларҙы бөтөрөргә ҡушты. Шулай уҡ ул Халыҡ-ара балалар уйындары үткәреү өсөн махсус киңәйтелгән ике тау итәгендәге старт майҙансығында булды.
— Тотош алғанда ярайһы уҡ яҡшы эшләнгән, — тигән һығымтаға килде Рөстәм Хәмитов, тау саңғыһы мәктәбе менән танышып бөткәс.
Шул уҡ көндө Рөстәм Хәмитов “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәгенең һәм Спорт һарайының уйындарға әҙерлеген баһаланы.


Вернуться назад