Үҙәккә өмөт ҙур20.02.2013
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу барышында республикала туғыҙ муниципаль-ара медицина округы ойошторолдо. Төп маҡсат – халыҡҡа махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу. Үҙәге Нефтекамала булған округ, дөйөм алғанда, 374 меңдән ашыу кеше йәшәгән Ағиҙел, Дүртөйлө, Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларын, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарын үҙ эсенә ала.
Бынан ике йыл элек халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең федераль стандарттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҡала дауаханаһы нигеҙендә муниципаль-ара медицина үҙәген ойоштороу буйынса аныҡ бурыс ҡуйылғайны. Ошо осорҙа күҙгә күренерлек һөҙөмтәгә өлгәшелгән. Беренсе сиратта, урындағы хакимиәт ярҙамында дауаханала капиталь ремонт башҡарылған. Бер үк ваҡытта яңы үҙәктә дүрт бүлексә — гинекология, онкология, бала табыу һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙарын дауалау бүлексәләре — ойошторолған.
– Лаборатория, компьютер томографияһы һәм ультратауыш ярҙамында тикшереү кабинеттарының эше даими иғтибар үҙәгендә, – ти үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова. – Ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу, һәр береһенең үҙ ваҡытында һәм тулы килеш тейешле дауа алыуын тәьмин итеү өсөн иң тәүҙә диагностиканы тиҙ һәм сифатлы башҡарырға кәрәк. Күп тигәндә 40 минут эсендә ауырыуға кәрәкле ярҙамды тулыһынса күрһәтергә тейешбеҙ. Бынан тыш, эшебеҙгә баһа биреүсе башҡа күрһәткестәр ҙә аныҡ билдәләнгән.
Нефтекамала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәргән кәңәшмә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған ошондай етди мәсьәләләргә арналды ла инде. Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ҡала һәм район үҙәк дауаханаларының баш табиптары, хакимиәт етәкселәре заманса медицина техникаһы һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған муниципаль-ара үҙәк менән яҡындан танышты. Лилиә Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, үҙәкте сафҡа индереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған, көндәлек эшмәкәрлеге ыңғай баһаға лайыҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың төп иғтибары төбәк халҡының сәләмәтлеген яҡшыртыу буйынса бурыстарға йүнәлтелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев сығышындағы статистика мәғлүмәттәре проблемаларҙы асыҡ сағылдыра. Былтыр, мәҫәлән, республикала демографик үҫеш күҙәтелгән. Хәл тыуымдың 5,1 процентҡа артыуына, ә үлемдең 1,5 процентҡа кәмеүенә бәйле. Был йәһәттән Нефтекама медицина округындағы күрһәткестәр ыңғай тип билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәрҙән үлеү осраҡтары барлыҡ райондарҙа ла тиерлек дөйөм республика кимәленән юғары. Онкология хеҙмәте эшен дә яңы кимәлгә күтәреү талап ителә, сөнки яман шеш ауырыуҙарынан вафат булыусылар һаны ҡаланың үҙендә, Краснокама һәм Яңауыл райондарында уртаса күрһәткестән юғары. Ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының күп булыуы ла уйланырға мәжбүр итә.
Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраны. Поликлиникалар эшмәкәрлегенән халыҡ ҡәнәғәт түгел. Әҙерлекле белгестәрҙең етешмәүе оҙон сираттарға килтерә һәм көсөргәнешлекте арттыра. Был өлкәлә эшләүселәрҙең һөнәри кимәлен күтәреү ҙә хәл итеүҙе көтә.
Лилиә Ғүмәрованың әйтеүенсә, белгестәрҙе ҡала һәм район дауаханаларында нығытып ҡалдырыу йәһәтенән төрлө йүнәлештәге саралар киләсәктә лә тормошҡа ашырыласаҡ.
– Һаулыҡ һаҡлау – заманса ҡорамалдарҙың сифаты ғына түгел, ә иң тәүҙә сәләмәт тормош. Беҙгә халыҡтың үҙ һаулығына мөнәсәбәтен үҙгәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен көндәлек ҡағиҙәгә әйләндереү буйынса күп эш башҡараһы бар әле, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.