Бурысыңды Интернет аша түлә20.02.2013
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтында бурысты түләүгә квитанция алыу йәки уны Интернет аша түләү мөмкинлеген биргән мәғлүмәт банкы эшләп килә.
“Бындай хеҙмәттән файҙаланыу ҡыйын түгел, сайтта махсус теркәлеү талап ителмәй. Үҙеңдең фамилияң менән исемеңде индереү ҙә етә, — тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Квитанцияла, ИНН, КПП, БИК кеүек банк реквизиттары автоматик режимда тултырыла. Бурыслы кешегә түләү көнөн, исемен һәм суммаһын, шулай уҡ фамилияһын яҙып, бланкыны сығарып алырға һәм теләһә ниндәй банкта ошо бланк буйынса түләргә була. Улай ғына түгел, Qiwi-янсыҡ хеҙмәте ярҙамында ошонда уҡ бурысты ла түләргә мөмкин”.
Мәғлүмәт банкында ябай кешеләрҙең һәм предприятие-ойошмаларҙың бурысы тураһында мәғлүмәт бар. Ошонда уҡ кеше йәки предприятие бурыстың теүәл суммаһын, башҡарыусы приставтың фамилияһын һәм телефонын белешә ала.