Китап сығарайыҡ20.02.2013
(“Беләҙегем-йөҙөгөм”, 2013 йыл, 22 ғинуар)
Был мәҡәләне уҡып, бик ҡыуандым. Айгөл Камалиева бик ҙур эш башҡарған икән. Уға яңы асыштар, уңыштар теләр инем.
Ә бына башҡорт халыҡ кейемдәре, милли биҙәктәре тураһында тарихи материал туплаған белгестәр юҡ. Уйлап ҡараһаң, һәр төбәктең кейемендә үҙенә генә хас биҙәге бар. Төрлөлөгө, нәфислеге менән башҡаларын ҡабатламай. Мин тыуған Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы бик боронғо, хатта Сыңғыҙхан хаҡындағы романда ошо ер тураһында мәғлүмәт бар. Был төбәктә монголдар менән башҡорттар араһында бәрелеш булған, тиҙәр.
Ҡаңны-Төркәйҙә һәм тирә-яҡтағы башҡорт ауылдарында киң таралған төрлө орнамент менән аҫалы балаҫ, кизе-мамыҡтан шаршау, ашъяулыҡ, таҫтамал һәм башҡаларҙы үҙ ҡулдары менән һуҡҡандар. Хәҙерге ваҡытта ла был эште башҡарыусылар бар. Ҡаңныларҙың да ҡатын-ҡыҙҙары матур камзул, көмөш тәңкәле түшелдерек, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән сулпылар, алҡалар, беләҙектәр кейгән. Әле лә хәтеремдә, ҡунаҡ йыйғанда һәм байрам көндәрендә әбейҙәр, апайҙар милли кейемдә бармаҡтарын сиртеп, матур баҫып бейей торғайны.
Шуға ла халҡыбыҙҙың бөтә төбәктәрҙәге үҙенсәлекле орнаменттарын йыйып, бер китап итеп баҫтырып сығарғанда, шәп булыр ине.


Вернуться назад