Милли баҫмалар яҙмышы борсой20.02.2013
Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында милли баҫмаларға яҙылыу мәсьәләһе ҡаралды.
— Районда 39 китапхана бар, һәммәһен дә туған телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит һәм журналдарға яҙҙырттыҡ. Төп милли баҫмаларҙың береһе “Башҡортостан»ды, бик ҡиммәт булыуы сәбәпле, ете генә китапханаға яҙҙыртырға тура килде. Ә “Йома”ны 16 дана алдырасаҡбыҙ, — тине китапхана директоры Нәзирә Кәримова. — Мөмкинлектәребеҙ сикләнгән шул, сөнки беҙгә ҡарата талап — төрлө баҫмаларға яҙылыуҙы тәьмин итеү. Китапхана системаһы мәғариф бүлеген ҡабатларға тейеш түгел. Мәктәптәр бер гәзит-журналдарға яҙылһа, беҙ бүтән төрҙәрен алдырырға тейешбеҙ.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге килтергән һандар ҙа маҡтанырлыҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа республика баҫмаларына ғына түгел, район гәзитенә лә яҙылыу һүлпән бара. Республика гәзиттәре буйынса дөйөм һан килтерелде: ҡайһылыр мәктәп — һигеҙ, икенселәре берәр, өсәр, дүртәр генә дана яҙҙыртҡан.
— Гәзит уҡымаған уҡытыусы уҡытыусы түгел ул. Милләттең рухы, телебеҙ нәҡ шул мәктәп тупһаһынан башлана ла инде. Элек гәзит-журналдарға яҙылмай ҡалған уҡытыусы булмай торғайны, – тип ғәжәпләнеүен йәшермәне ҡоролтай рәйесе Рәшит Иҙрисов.
Ултырышҡа район аҡһаҡалдары ла саҡырылғайны.
— Район гәзитен мин “Коммунизм өсөн» исеме менән баҫылған замандан бирле алдырып уҡыйым – элек республиканың көньяҡ райондары өсөн дөйөм гәзит ине. Халыҡҡа кәрәк баҫма ул. Тик уға яҙылыу барышы менән ҡоролтай ағзаларының ғына ҡыҙыҡһыныуы әҙ. Хакимиәткә лә күп нәмә бәйле, — тине ошо аҡһаҡалдарҙың береһе Зиннур Күсәрбаев.