Яуаплылыҡ артасаҡ20.02.2013
Баш ҡаланың Киров урамында үҙенсәлекле ойошма бар: күҙҙәре насар күргән йә иһә бөтөнләй һуҡыр кешеләр өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы эшләй. Унда мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн белемен арттырыу, төрлө яҙма, китаптар менән танышыу форсаты бар.

Шуныһы ҡыуаныслы: техник прогресс үҫешкән һайын мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең ҡатмарлы көнкүрешен еңеләйтеү саралары артҡандан-арта. Ошо көндәрҙә китапханала асылған сираттағы күргәҙмә ошоно йәнә иҫбатланы. Экспозицияла инвалидтарҙы реабилитациялау шарттары тыуҙырған, тормош өсөн әһәмиәтле хеҙмәтләндереү сараларын ҡулланыу мөмкинлеген биргән техник яңылыҡтар, төҙөлөш конструкциялары һәм башҡа сәнәғәт әйберҙәре күрһәтелде. Ойоштороусылары – Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Әйткәндәй, быйыл “Инженерлыҡ, транспорт һәм социаль инфраструктураларҙан, шулай уҡ тимер юл, һауа, һыу, ҡала-ара автомобиль транспортынан һәм ҡала, ҡала яны пассажир транспортының барлыҡ төрҙәренән, элемтә һәм мәғлүмәт сараларынан инвалидтарҙың бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡулланыуына шарттар булдырыу талаптарын үтәмәгән өсөн административ штрафтар түләтеү механизмын камиллаштырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон проекты әҙерләнгән. Яңы ҡанун инвалидтарҙың көндәлек тормошо өсөн әһәмиәтле объекттарға инеү, хеҙмәтләндереү сараларын ҡулланыу мөмкинлеген булдырмаған өсөн яуаплылыҡ кимәлен бермә-бер арттырасаҡ.


Вернуться назад