Юҡ бөлөндөрһә лә, барҙан төңөлмәйек20.02.2013
(Р. Ураҙғолов, "Күңелдәре тулы, ә өйҙәре буш...", 2013 йыл, 7 февраль)

Журналистың әлеге әйберен мин, үҙемсә, социаль-психологик очерк жанрына индерер инем. Рәлис Ураҙғолов публицистикаға хәҙер баҙнатһыҙ ғына килеүсе йәштәр араһында ҡәләменең үткерлеге, фекерләүенең тәрәнлеге һәм мөрәжәғәт иткән һәр мәсьәләнең төпкөл асылына төшөнөргә тырышыуы менән айырылып торған автор. Көндәлек матбуғатта "барҙым-күрҙем-яҙҙым" формаһы өҫтөнлөк алған заманда тәрән социаль, психологик анализ, һығымталарға килеү ҡеүәһе — аҙая барған һәм нәҡ шуныһы менән ҡәҙерле сифат.

"Башҡортостан"дың даими уҡыусылары юғарыла һөйләшеүҙе дауам итеүгә сәбәп булған очерк менән таныштыр тигән өмөт мине уның йөкмәткеһенә йәнә әйләнеп ҡайтыу зарурлығынан азат итә. Бары шуны ғына тәҡрарларға теләр инем: ғаилә ҡороу, яңғыҙлыҡ, бала һәм ата-әсә араһындағы мөнәсәбәттәр, ауыл һәм ҡалала йәшәүселәрҙең үҙгәреш кисереүсе менталитеты — ошо юҫыҡтағы бихисап проблемалар матбуғатта ла, ғилми тикшеренеүҙәрҙә лә һибелеп ята. Улар араһында йөрәкте тырнап, күңелде ифрат болоҡһотоп ебәргәндәре лә осрай. Бынан бер нисә йыл элек "Кызыл таң" гәзите хәбәрсеһе Венера Мәжитова "Ҡала тулы кейәүһеҙ ҡыҙ, ауыл тулы буйҙаҡтар" тип аталған мәҡәләһе менән, мәсьәләнең иҡтисади, сәйәси нигеҙҙәренә ҡағылмаһа ла, хис менән татар, башҡорт ҡәүемдәренең башына төшкән афәткә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлткәйне. Мин дә, үҙ сиратымда, "әгәр йәмғиәттә бесәй һәм эт бала-сағаға ҡарағанда күберәк икән, тимәк, ул йәмғиәт сирле", тип һүҙ ҡатҡайным.
Әсәй-атай, бала, тәрбиә, ғаилә — һис ваҡытта иҫкерә лә, ҡырҡыулығын юғалта ла торған тема түгел. Уларҙы хатта йәмғиәттәге сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр, дәүләт ҡоролошо, демографик "тулҡындар" менән дә бәйләргә ярамай. Ғаилә ҡороу, бала бағыу, әсә наҙы, атай ҡулы һымаҡ, ябай тойолһа ла, мәңге һүрелмәҫ ҡиммәттәр бар. Бер мәл, илдәге социаль-сәйәси мөнәсәбәттәргә демократик төҫ бирәбеҙ тип, рухи бахырлыҡ юлына баҫҡанда, ғаиләне, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәттәр сафлығын, ғөрөф-ғәҙәттәр инсафлығын мыҫҡыллауға барып еттек. Был йәһәттән, әлбиттә, "яуызлыҡ ҡорамы" исемен алған телевидение менән хәшәрәт "әҙәбиәт"кә генә һылтаныу баш осонан себен осороу ғына булыр ине. Иң мөһиме — әҙәм балаһына ғәм алдында кеше көлдөрмәй, кәм-хур булмай йәшәү теләге ҡан менән бирелә. Бер кем дә булдыҡһыҙ, ялҡау, эскесе йә бур булып тыумай. Ошо кәмселек сифаттарын йәмғиәт "тәрбиәләй".
Ә Ураҙғолов яҙмаларындағы мәсьәләләргә әйләнеп ҡайтҡанда, улар матбуғат сығыштары йә мөнбәрҙән әйтелгән һүҙ менән генә сикләнә алмай. Улар тураһында шыбырлашып һөйләшеү етте, тауыш күптән үк күтәрелергә тейеш ине. Яман шеш тулышты, һытылыр сиктә һәм халыҡ йә була, йә үлә тигән сират баҫмаһы өҫтөндө тирбәлә.
Мәғлүмдер, борон-борондан, һәр ҡәүемдә лә, өләсәй-олатайҙар, әсә-аталар, балалар, ейәндәр, бер нигеҙҙә тупланып, киң ҡорло ғаилә булып йәшәү ғәҙәтен тотҡан. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, түлһеҙ ҡатын ғаилә күрке була алмаған һымаҡ, буйҙаҡ егет тә һанланмаған. "Буйҙаҡ егет бай булмаҫ" тигән ҡарһүҙҙе тура мәғәнәһендә генә аңларға ярамай. Йәнә лә халыҡта "Бөлөр йорттоң буйҙағы баш булыр" тигән әйтем дә бар.
Ҡалаларҙа яңғыҙ башын ҡайҙа алып барып терәргә белмәй ҡаңғырған ҡыҙҙар, ауылдарҙа шулай уҡ яңғыҙлыҡтан зарыҡҡан һәм эшһеҙлекте яһалма сәбәп иткән егеттәр бер бөгөн хасил булмаған. Улар — эске сәйәсәт ҡорбандары. Ауылда халыҡ күмәкләштереү йылдарында һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ныҡ кәмене. Был ихтыярһыҙлыҡтан сыҡҡан хаяһыҙ процесс булды. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ауыл кешеләренең ҡалаға китеүе, беренсенән, йылдам үҫеүсе сәнәғәткә эшсе көстәрҙең күп кәрәк булыуы менән бәйләнһә, икенсенән, Н.С. Хрущев хакимлығы йылдарында шәхси хужалыҡтарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән сәйәсәт ҡулынан эш килгәндәй кешеләрҙе ерҙән, мал-тыуарҙан айырҙы. Ҡалаларҙағы хәҙерге "мәҙәниәтле асарбаҡтар" социаль төркөмө менән ауылдарҙағы "юҡсылдар" — әлеге тарихи процестың емештәре. Әйткәндәй, "перспективаһыҙ" ауыл төшөнсәһе лә әлеге 60-сы йылдарҙа килеп сыҡты. Был сәйәсәт меңдәрсә кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе, тыуған төйәкһеҙ, хатта ағай-энеһеҙ кешеләр быуынын хасил итте.
Ошо һәләкәтле процесс әле лә дауам итә генә түгел, бәлки үҙенең иң мәрхәмәтһеҙ формаһын алды. Эшҡыуарҙар, дәүләт хеҙмәтендә юғары вазифа биләүселәр, банк-финанс ҡорондағылар, депутаттар һәм мөлкәт эргәһендә уңайлы урын алып ҡалған бүтәндәрҙе әле беҙ көйөнөс менән күтәргән мәсьәләләр борсомай. Ерҙә йәшәп тә унда эшләүҙән мәхрүм ауыл кешеһе, мөғәллим, табип, ғалим, хәрби хеҙмәткәр — яңғыҙҙар сословиеһын даими тулыландырып тороусы сығанаҡ. Етәкселәребеҙ: "Ауылда эш булмауы мөмкин түгел", — тип раҫлай. Яҙыҡ һүҙ түгел, әммә йәшәгән ауылыңда эш хаҡы алырҙай урын булмаһа, ни хәл итергә? Үҙ эшен башларлыҡ йүнселлек, кәр һәр кемдә булмай, һәм был мөмкин дә түгел. Ә ҡалалағы ҡыҙҙарҙың күпселеге торлаҡ алып, ғаилә ҡороп ебәреүгә өмөт итә алмай, сөнки осһоҙло тип шаулаған торлаҡтың да квадрат метры 30–35 мең һум тора.
Яңы фекер түгел, әммә иҫкене булһа ла ҡабатларға тура килә. Дәүләт йәштәргә, етемлектә үҫкән балаларға, бюджетта аҙ ғына аҡсаға эшләп йөрөүселәргә ярҙам йөҙөнән йә социаль, йә 2–3 процентлы оҙайлы кредит иҫәбенә торлаҡ төҙөргә бурыслы. Башҡортостан хөкүмәте 30-сы йылдарҙа уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Өфөлә махсус тәғәйенләнештәге бик ҙур торлаҡ йортон төҙөү әмәлен тапҡан. Хәҙер иһә юғары белемле меңдәрсә йәш кеше ғаилә ҡорор, бала тәрбиәләр иң матур сағын йә ҡыҫынҡы дөйөм ятаҡта, йә иһә кеше тупһаһында үткәрә. Аристотель иптәш хан заман әүәл: "Бик һәйбәт ҡоролошҡа эйә булырға теләүсе дәүләттә, мәғлүмдер, граждандар иң зарури нәмәләрҙе хәстәрләүҙән ҡотолтолорға тейешле", — тигән. Ә поляк яҙыусыһы Ежи Леци уны: "Һинең турала хәстәрлек күреүсе кешең булмауы — насар. Һин хәстәрлек күрер кешенең булмауы тағы ла насарыраҡ", — тип ҡеүәтләй.
Һуҙылыбыраҡ киткән һүҙҙе төйнәгәндә, Рәлис ҡусты, фекерҙәреңә ихлас ҡушылып, мәсьәләнең сәбәбе дәүләт сәйәсәтендә лә, халыҡтың менталь үҙенсәлектәрендә лә, тип өҫтәр инем. Аһ-зар, уфтаныуҙар ярҙам итмәҫ, дәүләт тә рәхимлек күрһәтмәҫ, яңғыҙлыҡты күмәкләп еңәйек. "Яңғыҙ ағасты ел бөгә, күмәк ағас ел бора" тигән хәҡиҡәтте онотмайыҡ.


Вернуться назад