“Бар йыуанысым — балаларым”20.02.2013
Олоғайған көндә шуны аңланым: тормошта быуындар алмашыныуы менән бергә аҡһаҡалдар ҙа үҙгәреп тора. Яуымбай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күптән юҡ инде. Тыл ветерандары ла берәм-һәрәм генә ҡалып бара. Уларҙы бүтән быуын кешеләре алмаштыра.

...Фатима менән Әбүталип йәшләй генә өйләнешә. Назаровтар ғаиләһе һуғышҡа тиклем алты балаға ғүмер бүләк итә. Мазһар өсөнсө бала булып донъяға килә.
Һуғыш башланғас, ғаилә башлығын тәүҙә хеҙмәт армияһына, аҙаҡ фронтҡа алалар, ә 1943 йылдың ҡышында Әбүталип Назаровтың һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә.
Мазһар үҫмерлек осоронда колхозда егелеп эшләй. Күбә тарттырыуҙан алып бесәнселәр звеноһы етәксеһе, ферма мөдире, бригадир вазифаларын йөкмәргә тура килә. Уҡыу ғына эләкмәй үҙенә, ваҡыты шулай ине.
Һикһән йылдан ашыу ғүмерен ауылда үткәрһә лә, Мазһар Әбүталип улы яҙмышына зарланмай. Йәшлегенең иң матур сағында дүрт йылға яҡын ваҡытын хәрби хеҙмәттә үткәрә. Кавказ аръяғы хәрби округында, Әрмәнстан ерендә, Ленинакан ҡалаһынан алыҫ булмаған, Төркиә менән сиктәш тауҙар араһында хеҙмәт итә. Башҡортостандан хеҙмәттәштәре күп була. Йәш һалдат мәктәбен тамамлағас, М. Назаровты бер йылға кесе командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрәләр. Отделение командиры итеп ҡуялар егетте. Хеҙмәте тамамланыр саҡта сержант званиеһы бирәләр.
Ауылға ҡайтҡас, Мазһар Назаров йәнә “Ағиҙел” колхозында эш башлай. Мораҙым ауылы ҡыҙы Бибинурҙы әйттереп, ғаилә ҡороп ебәрә. Кәләше уңған булып сыға. Иренә имәндәй алты малай табып бирә, ғаиләнең биҙәге булып бер ҡыҙ бала донъяға килә.
Борон бала ҡарап өйҙә ултырыу юҡ ине бит. Береһенән-береһе бәләкәйерәк сабыйҙары булыуға ҡарамаҫтан, Бибинур һауынсы булып эш башлай. Ул тәүҙә фермала, бер-ике йылдан колхозда, унан һуң районда алдынғы булып таныла.
Бибинурҙың тырышлығы юғары баһалана, “БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы” исеменә лайыҡ була, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән наградлана. Уның уңыштарға өлгәшеүендә ире Мазһарҙың, ҡәйнәһе Фатима инәйҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ферма мөдире булғас, ире һәр ваҡыт ҡатыны янында. Ә балаларҙы ҡарау, тәрбиәләү бурысын ҡәйнәһе үҙ ҡарамағына ала. Балалар матур тәрбиә өлгөһө алып үҫә. Һәр береһе тормошта үҙ юлын тапҡан, барыһы ла ғаилә ҡороп, үҙҙәре балалар үҫтерә. Тик Шамил менән Рәүфтәре генә ҡыҫҡа ғүмерле булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете бала әсәһе Бибинур еңгәй ҙә оҙаҡ йәшәй алманы. 57 йәшендә генә вафат булды. Хоҙай ғүмер биреп, ошо көндәргә тиклем йәшәһә, 22 ейән-ейәнсәрен, 14 бүлә-бүләсәрен күреп шатланыр ине.
Ауыл аҡһаҡалы Мазһар Назаров, Аллаға шөкөр, бирешмәй әле. “Күрәһең бит, һаулыҡҡа ла зарланмайым”, — ти көр тауыш менән. Амин, шулай булһын. Был донъянан иртәрәк киткәндәр өсөн дә бер ни тиклем йәшәргә кәрәк бит әле. Бөгөн ул Әмир улында ғүмер кисерә.
Яуымбай ауылы ир-уҙамандарынан иң олоһо ул Мазһар ағай. Өлгөлө хеҙмәте, йәшәү рәүеше менән хаҡлы ғорурлана ала.
— Бар йыуанысым — балаларым, ейәндәрем, — ти аҡһаҡал. — Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла йөрөп күрмәһәм, күңелем булмай. Уларға шул тиклем ризамын.


Вернуться назад